Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сығыштарында ғына түгел, ә һәр төбәккә барған сәфәрендә иҫерткес эсемлектәрҙе ҡулланыусылар менән көрәшкә иғтибар итергә саҡыра. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолған “Айыҡ ауыл” республика конкурсының район этаптары былтыр уҙып бөттө. Хәҙер төбәктәрҙә икенсе этабы бара, һәм ошо уңайҙан Дәүләкән районының Иҫке Көрмәнкәй ауылына Ауылпиадаға юлландыҡ.
Нимә һуң ул ауылпиада? Бер ни тиклем күҙ алдына килтерергә тырышһаҡ та, барып күрмәйенсә фекер йөрөтөп булмай. Ә унда – Иҫке Көрмәнкәй ауылы урамында ҙур байрам ҡайнай. Усаҡ яғылған, тирә-яҡҡа йәм биреп, самауырҙар борҡоп ҡайнап ултыра, ҡаҙандарҙа ризыҡ бешә. Танауҙы ҡытыҡлап, тирә-йүнгә тәмле еҫтәр таралған. Һуң был бит үҙенә күрә ҡышҡы һабантуй ҙа инде, тип уйлап та өлгөрмәнем, алып барыусының: “Ауылдар ярышына рәхим итегеҙ!” – тигән һүҙҙәре ҡолаҡҡа салынды.
“Айыҡ ауыл” конкурсының район этабында райондағы һәр ауыл биләмәһе ҡатнашҡайны, был юлы ла 16 команда тупланып, Иҫке Көрмәнкәйгә йыйылған.
Байрамды асып, Дәүләкән районы хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәнов былай тине: “Беҙҙә был сара “Сәләмәт тормош яҡлыбыҙ” девизы аҫтында үтә. Шуға күрә уға 16 ауыл хакимиәте лә йәлеп ителгән, һәр береһенең командаһы бер нисә ярышта ҡатнаша. Барығыҙҙы ла байрам менән!”
Район башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Ғарифулла Ҡотлоғәлләмов та байрамда ҡатнашыусыларҙы ихлас тәбрикләне. Көрмәнкәй ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Дамир Дәүләтов сараға килгән башҡа ауыл хакимиәттәре вәкилдәренә уңыш теләне.
Ауылпиада башланып китте. Ярыштарҙа ҡатнашыр өсөн берәүҙәр коньки кейҙе, икенселәр саңғыға баҫты, өсөнсөләр арҡан тартышты. Бер ерҙә биатлон ярыштары башланһа, икенсе урында тюбинг-саналарҙа ярыш ҡыҙҙы. Саңғысылар 900 метрға уҙышты.
Катокта хоккей яратҡан Иҫке Көрмәнкәй, Соколовка, Раев командалары осрашты. Ошонда уҡ буллит та һуҡтылар.
Хоккей турнирында Соколовка ауылы командаһына етеүсе булманы. Улар боҙҙағы был уйындарҙа беренсе тапҡыр ҡатнашмай, шуға күрә еңеп сығыуҙарына һис аптырарға түгел. Был ярышта икенсе урынға – Раев, өсөнсөгә иҫке көрмәнкәйҙәр сыҡты.
Нимәһе ҡыҙыҡ, был сарала һәр команданың капитаны – ауыл биләмәһе хакимиәттәре рәйестәре. Был да сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалағанда етәксенең алғы сафта барыуы мөһимлеген иҫәпкә алып эшләнгән конкурс талабы булған. Һәр кем профессиональ спортсы була алмай, әммә һәр төрлө кимәлдәге етәкселәрҙең физик культура, халыҡ араһында киң таралған спорт төрҙәре менән шөғөлләнеүе – үҙе бер тәрбиә алымы.
Шулай итеп, барлыҡ ярыштар тамамланыу менән еңеүселәр билдәләнде: 1-се урынға – Ҡаҙырғол, 2-се урынға – Шестаево, 3-сө урынға Суйынсы ауылы биләмәһе лайыҡ булды!
Самауырҙа ҡайнаған сәй ҙә, ҡаҙанда бешкән ҡарабойҙай бутҡаһы ла һәр кемдең күңеленә хуш килде. Дәүләкән районы халҡына байрам оҡшаны. Улар бындай Ауылпиаданы хатта һәр ауылда үткәрергә кәрәклеген әйтте.
Ошо ауыл ҡыҙы Рима Рәхимова ауылдаштары тураһында бына нимә ти: “Көрмәнкәй ауылы элек-электән үк ойошҡанлығы, татыулығы менән айырылып тора. Халҡы ла гел баҫалҡы, күндәм булды, баш баҫып эшләне лә эшләне. Диндән дә баш тартманы. Һәр ваҡыт үҙебеҙҙең муллалар булды, балаға исем ҡушырға ла, никах уҡырға ла, мәрхүмдәрҙе һуңғы юлға оҙатырға ла мулла эҙләп сит ауылдарға сыҡманыҡ”. Әйткәндәй, район хакимиәте ярҙамы менән ауылдың мәсетен тергеҙергә уйлайҙар. Ул үҙенең элекке урынында яңынан ишектәрен асыр, моғайын, сөнки мәсеттең иҫке бинаһының диуарҙары ныҡ, бары тик ҡыйығын нығытырға, иҙәндәрҙе ҡарарға, тирә-яғын рәтләргә кәрәк. Был эшкә лә ауыл халҡы берҙәм тотонһа, үҙ маҡсатына ирешер.
Әйткәндәй, тарихҡа күҙ һалһаҡ, Көрмәнкәйҙә хәрби эшмәкәр Итҡусты Әбделмәнов 1794 йылда тыуған. Ул – 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының 1813 – 1814 йылдарҙағы сит ил походтарында ҡатнашҡан яугир.
Хәлең нисек, ауыл кешеһе?
Төбәктә “Айыҡ ауыл” саралары киләһе көндәрҙә лә дауам итте. Көрмәнкәй ауылында халыҡты ҡабул итеүҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Мырҙабаева һәм Республика медицина профилактикаһы үҙәгенең баш табип урынбаҫары Сара Хәйҙәр ҡыҙы Әхтәмова ҡатнашты. Улар халыҡтың һорауҙарына яуап бирҙе, артабан да сәләмәт йәшәү рәүешен алып барырға саҡырҙы, Көрмәнкәй ауылын үҫтерергә ярҙам итергә вәғәҙә бирҙеләр.
Шулай уҡ Өфө ҡалаһы табиптары ла халыҡты ҡабул итте. Был – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан тап “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә ойошторолған сара. Ауыл халҡы медицина ярҙамынан тыш, төрлө кәңәштәр һорап та мөрәжәғәт итте.
Саңғы ярыштары сафҡа баҫтыра
“Рәсәй саңғы ярыштары-2020” сараһында ла Дәүләкән районы ауылдары әүҙем ҡатнашты. Көндөң сатлама һыуыҡ булыуына ҡарамаҫтан, халыҡ унда ла күп йыйылды. Спортсыларҙы байрам менән район хакимиәте башлығы урынбаҫары Айҙар Шәйҙуллин тәбрикләне. Ярышта ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр төрлө арауыҡҡа йүгерҙе. Был ярышта Мәкәш ауыл биләмәһе командаһы беренсе урынды яуланы.
Юлай Ғәлиуллин Дәүләкәндә уҡ ата
“Мәргән уҡсы” хәрәкәте етәксеһе Юлай Ғәлиуллин уҡ атыу кеүек спорт төрөн пропагандалау менән күптән шөғөлләнә. Ә инде 2016 йылдан был йүнәлеш рәсми төҫ алып, ул республика райондарына ғына түгел, ә милләттәштәребеҙ йәшәгән һәр төбәккә сығып, оҫталыҡ дәрестәре уҙғара. Уҡ атыуҙан тыш, һыбай йөрөү һәм атта йөрөгәндә уҡ атыу кеүек спорт төрөнә лә йәштәрҙе, халыҡты йәлеп итә. Мәҫәлән, уҡ атырға өйрәнергә теләгәндәрҙең иң кесеһенә – дүрт, ә иң өлкәненә 90 йәш икән! Бына шулай: ҡаныңда ҡайнай икән ата-бабаларҙың яугирлек һәм күсмән тормошо, тимәк, был спорт төрө һәр кемде ҡыҙыҡһындырыуы ихтимал.
Уҡ атырға өйрәнергә теләгән һәр кем иң тәүҙә уҡ-һаҙаҡ һатып алырға тейеш. Унан тыш, стилләштерелгән түгел, ә этник милли башҡорт кейемендә булыу ҙа Юлай Ғәлиуллин етәкләгән йүнәлеш өсөн бик мөһим. Әйткәндәй, уҡ атыу ярыштарына башҡа милләт вәкилдәре лә килә, ҡатнаша һәм хатта еңеү яулау осраҡтары ла бар. Күп милләтле Башҡортостан өсөн был спорт төрөнөң яңынан тергеҙелеүе Рәсәй Президентының “2024 йылға тиклемге арауыҡта Рәсәй Федерацияһында милли маҡсаттар һәм стратегик бурыстар үҫеше тураһында” Указына ярашлы, һәр төбәктә милли йолаларҙы, мәҙәни сараларҙы тергеҙеү маҡсатына ла тап килә. Унда айырым-асыҡ итеп һәр яҡлап шәхестең гармонияла һәм социаль яҡтан яуаплы итеп тәрбиәләнелеүе тураһында әйтелә, йәғни тарихи һәм милли-мәҙәни йолалар нигеҙендә үҫеү мөһимлеге һыҙыҡ өҫтөнә алына. Шуға күрә илебеҙҙәге хоҡуҡи нормативтарға таянып, беҙгә үҙ милли традицияларыбыҙҙы үҫтерергә мөмкинлек бар.
Юлай Ғәлиуллиндың Дәүләкән районында оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыуы юҡҡа түгел, ул “Мәргән уҡсы”ның ун уғы” тип аталған проекты менән Башҡортостан Башлығының грантына лайыҡ булды. Шуға ярашлы, республиканың ун районында был спорт төрө буйынса секциялар асыу ҡаралған. Дәүләкән – шулар иҫәбендә. Төбәк өсөн бөгөн уҡ-һаҙаҡтар, сәп һатып алынған. Район үҙәгендә үткән семинарҙа Юлай Ғәлиуллин башҡорт ир-егеттәренең милли кейеме үҙенсәлектәре тураһында һөйләп кенә ҡалманы, уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә бирҙе.
Ә инде кемдәр үҙен һынап ҡарарға теләне, улар ҡулына уҡ менән йәйә алып, сәпкә тейҙерергә тырышты. Теләк белдереүселәр, һәр ваҡыттағыса, бик күп: йәштәр, өлкән быуын вәкилдәре, ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар. Кемдер сәпкә тейҙе, икенселәрҙең уғы ҡыя осто.
Хәйер, теләк булһа, маҡсаттарға ирешергә була. Бер ҡараһаң, беҙгә эш менән булыу, үҙебеҙҙең милли йолалар нигеҙендәге сараларҙы йышыраҡ ойоштороп, уларға халҡыбыҙҙы күберәк йәлеп итеү зарур. Бәлки, шул осраҡта бер ниндәй “Айыҡ ауыл” конкурсын уҙғарып торорға ла кәрәкмәҫ?!.