Йәмғиәт
28 Февраля 2020, 07:34

Әбйәлил кеүек егеттәр көн дә тыумай

Хыялың булһа, урмансынан артисҡа әйләнеүе оҙаҡ түгел.

Был егетте тәүге тапҡыр Белорет районында ағас ултыртҡан саҡта күргәйнем. “Бик һәләтле, тырыш белгес, Санкт-Петербургта академияла уҡып ҡайтҡан”, – тине шул саҡта урмансылыҡ етәксеһе урынбаҫары булып эшләгән Наил Әхмәтшин. Икенсе тапҡыр иһә Белорет ҡала мәҙәниәт йортонда “Ирәмәл” халыҡ театры спектаклендә уйнаған сағын күҙәтергә насип итте. Был юлы “Урал” район гәзитенең элекке яуап­лы секретары Фәриха Вәлиуллина: “Беләһеңме, кем уйнай? Әбйәлил – яҙыусы, журналист Әхмәр Үтәбайҙың улы!” – тип ҡыуанып, ғорурланып әйтте. Өсөнсө тапҡыр уны үҙебеҙгә – “Башҡортостан” гәзитенә “Йома ҡунағы”на саҡырҙым. Тик һоҡланыу тыуҙырған, уның хаҡында бары яҡшы һүҙҙәр генә ишеткән Әбйәлил Үтәбаев менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшке килде.


– Мәғлүм булыуынса, һин баш ҡаланың Фатима Мостафина исемендәге 20-се гимназияһында белем алғанһың. Үҙең теләп барҙыңмы, әллә...

– Атай-әсәйем – башҡорт рухлы кешеләр, шуға ла документтарымды ошо гимназияға тапшырҙылар. Уҡырға барғанда уҡ башҡорт, рус һәм инглиз телдәрен белә инем. Сит телгә 103-сө балалар баҡсаһында өйрәттеләр. Уҡырға ҡабул иткән комиссия алдында инглиз телендә яттан шиғыр һөйләнем, йыр башҡарҙым.
Мәктәп йылдарында математика, инглиз теле һәм химия дәрестәре бик оҡшай ине. Беренсе кластан тик “бишле”гә генә өлгәшеп, гимназияны алтын миҙалға тамамланым. Теләк булғанда, уҡыуҙа ла, спортта ла өлгөрөргә була. Бер нисә тел белеүем бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмаҫҡа, үҙемде иркен тоторға ярҙам итә.


– Сәнғәткә йөрәгең тартылғас, ниңә урмансыға уҡырға барҙың?

– Республика Хөкүмәтенән гимна­зияға килеп, яҡшы уҡыусылар араһында әңгәмә ойошторҙолар. Уның һөҙөмтәһенә ҡарап, сығарылыш класс уҡыусыларына уҡырға инергә маҡсатлы квота бүленде. Беҙҙең гимназиянан ике кеше һайлауҙы уңышлы үтте. Республика йортона һөйләшеүгә саҡырып, Мәскәү һәм Санкт-Петербург вуздарына бер нисә йүнәлеш тәҡдим иттеләр. Миңә Санкт-Петербург дәүләт урман техник университетына йүнәлтмә бирҙеләр. Уҡырға ингәндә Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре иҫәпкә алынды, әңгәмә үткәрҙеләр. “Урман комплексы предприятиеларында иҡтисад һәм идара” белгесе йүнәлешен һайланым.
Диплом алғас, республиканың Урман хужалығы министрлығына барҙым. Унда бер нисә районда эш тәҡдим иттеләр, мин урманға бай Белорет урмансылығын һайланым. Шулай итеп, өс йыл ошо тармаҡта эшләп, республика Хөкүмәте алдындағы бурысымды үтәнем. Ике йылдан һуң министрлыҡҡа эшкә саҡыр­ҙылар. Унда ике аҙна ғына түҙә алдым – оҡшаманы, шуға ла Белоретҡа кире ҡайттым. Был аҙымымдың тағы бер сәбәбе бар – “Ирәмәл” халыҡ театры үҙенә ылыҡтырғайны.


– Урман хужалығы һәм театр. Икеһе – ике тармаҡ...

– Белоретта театрҙа уйнай башлағас, үҙемдең офис хеҙмәткәре булмауымды аңланым. Унда артабан үҫеш юҡ кеүек, сөнки робот кеүек бер үк нәмәне эшләп тик ултыраһың. Әлбиттә, офиста ла ижади үҫешергә мөмкин, әгәр ҙә башҡа “һуғып” тормаһалар. Заманса фекер йөрөткән, эш күрһәткән йәштәргә юл бирә һалып бармайҙар шул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Эштә кеше етмәй китһә, үҙеңә өҫтәмә йөкләмә алып, уларҙың бурыстарын да башҡараһың, әммә дәртләндереү, аҡса түләр урынға, киреһенсә, әрләп ҡуялар. Ошондай мәлдәрҙә ҡанат һына. Ихтыяр көсөң булһа, түҙергә мөмкин, әммә ундай мөнәсәбәтте кисерергә һәр кемдең сабырлығы етмәй.


– М.С. Щепкин исемендәге юғары театр училищеһына нисек уҡырға индең? Урмандан – сәнғәткә!

– Сәнғәткә килеүемдә тәүҙә ағайым Әмир үрнәк һәм этәргес булды. Әле ул – Салауат башҡорт дәүләт драма театрында актер. Бала саҡта уның сәхнә тормошона ҡағылышлы ҡыҙыҡлы хәлдәрен мауығып тыңлай инем.
Белоретта Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” спектаклен ҡуйып йөрөгән саҡта әсәйем М.С. Щепкин исемендәге юғары театр училищеһына төркөм йыйыуҙары хаҡында әйтте. Мин уйға баттым, сөнки икенсе юғары белем алыу түләүле буласаҡ. “Нисек булдырырға икән?” – тигән һорау тыуҙы, әммә уҡырға инеү теләге көслө ине. Әсәйем, Гүзәл Рәхимйән ҡыҙы, минең хыялымды аңлап: “Уҡы, аҡса тураһында уйлама”, – тине. Ул әле лә дәртләндереп, көс-ҡеүәт өҫтәп тора. Ағайым Әмир ҙә матди ярҙам күрһәтә.
Ҡыҙыҡ ҡына килеп сыҡты. Беҙ Зилә Лира етәкселегендәге “Йәйғор” ансамбле менән Татарстанға һабантуйҙа сығыш яһарға барҙыҡ. Ул имтихан менән бер ваҡытҡа тура килде. Шуға ла әҙерләнергә ваҡыт юҡ ине. Өфөгә ҡайтып, бер-ике сәғәттә ике телдә мәҫәл һәм проза әҫәрҙәрҙәре һайлап, шарт-шорт кейенеп, беренсе турға саҡ өлгөрҙөм.
Тәүҙә шиғыр һөйләнем, прозаны ятлап өлгөрмәгәс, ҡағыҙ тотоп сыҡтым. “Һеҙ уҡырға йыйынаһығыҙмы?” – тип һорағастар, күп уйлап торманым, ҡағыҙҙы йыртҡыслап, өҫкә һирпеп ебәрҙем. Баһалама ағзалары уны шулай уйланылған тамаша тип ҡабул итте. Имтихандарҙы уңышлы биреп, М.С. Щепкин училищеһы студенты булып киттем.
Хәҙер инде өсөнсө курста уҡыйым, тик “бишле” билдәһенә генә өлгәшәм. Мине курстың старостаһы итеп ҡуйҙылар. Төркөмдәге 15 студенттың алтауһы Әбйәлил районынан, бишәүһе – Өфөнән, икәүһе – Стәрлетамаҡтан, шулай уҡ Нефтекаманан һәм Баҡалынан берәр кеше белем ала.


– Баш ҡалала белем алыу ауыр түгелме?

– Ауыр, сөнки дәрестәр иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 10-ға тиклем бара. Алты көн. Башта өйрәнеп китеүе ҡыйын булды. Унда бер төркөмгә тупланып, бер бөтөн булып эшләргә һәм йәшәргә кәрәк. Бәхәскә, “миңә оҡшамай” тип ризаһыҙ­лыҡ белдереүгә урын юҡ, шуға күрә өс кешебеҙ китте. Әлбиттә, психологик яҡтан да баҫым бар, сөнки тәүлектең 24 сәғәтендә лә бергәбеҙ. Бындай шарттарҙа бер-береңә ҡолаҡ һалыу, юл биреү кеүек сифаттарҙың булыуы бик мөһим. Тәүҙә төркөм етәксеһе профессор Дмитрий Георгиевич Кознов булды, хәҙер уның улы – Дмитрий Дмитриевич.


– Төркөм етәксегеҙ башҡорттарға ниндәй мөнәсәбәттә?

– Дмитрий Георгиевич 93 йәшкә тиклем эшләне, хәле ауыр булһа ла сәхнә сығыштарыбыҙҙы ҡарарға килә ине. Ул яҡут, ҡырғыҙ, корей, удмурт, төньяҡ осетин, таулы алтай, башҡорт төр­көмдәрен сығарған, шуға ла һәр халыҡҡа ыңғай ҡараны. Бынан бер йыл элек – 4 мартта вафат булды. “Һеҙҙең көсөгөҙ – халыҡ мәҙәниәтендә” тип әйтә торғайны.
Мартта беренсе диплом спектаклен ҡуябыҙ, ул – башҡорт телендә. Туған тел серҙәренә кураторыбыҙ, филология фәндәре доценты Фирүзә Сәлихйән ҡыҙы Исҡужина өйрәтә. Ул беҙҙең өсөн икенсе әсәй кеүек.


– Яҡташ студенттар менән арала­ша­һығыҙмы?

– Ваҡыт булһа, төрлө сараларға йө­рөйбөҙ, аралашабыҙ. “BashStudents” Баш­ҡортостан студенттары ассоциация­һына барабыҙ. Бындай осрашыуҙар һағыныуҙы баҫа, көс-дәрт бирә. Баш ҡалала яҡташтарыбыҙ күп.
Староста булғас, документтар тултырыу, кабинеттар табыу, төрлө тамашалар күрһәтеү кеүек ваҡ мәшәҡәттәр ваҡытты күп ала. Тамашалар өсөн сәхнә әйберҙәре, декорация табыу минең өҫтә.


– Каникулды Салауат ҡалаһында уҙғарыуың хаҡында ишеткәйнек.

– Салауат ҡалаһындағы “Арлекин” өлгөлө балалар театр-студияһында инде өсөнсө йыл оҫталыҡ дәрестәре үткәреп киләм. Был юлы ҡаланың 1-се лицейы уҡыусылары менән дә хеҙмәттәшлек иттем. Балалар менән эшләү оҡшай, улар бөтә нәмәгә ҡыҙыҡһынып ҡарай. Былтыр йәйге каникулда Әбйәлил районының Рәхмәт ауылында ла оҫталыҡ дәрестәре бирҙем.
Йәмғиәтебеҙҙә “балалар телефондан башҡаны күрмәй” тигән фекер тыуған, тик мин был һүҙҙәр менән килешмәйем. Оҫталыҡ дәрестәре барған саҡта уларҙың береһе лә телефонын алып ҡараманы, бөтәһе лә бирелеп шөғөлләнде. Атай-әсәйҙәр ҙә, педагогтар ҙа баланы ҡыҙыҡһындырыу юлдарын табырға тейеш. Ғөмүмән, балалар, йәштәр хәрәкәт ярата, ә беҙҙең мәктәптәрҙә уҡыу процесы сәғәттәр буйы ҡуҙғалмайынса ултырып һөйләшеүгә ҡоролған.
Уҡыған саҡта көнө-төнө эш менән мәшғүлһең, каникулға ҡайтҡас, үҙеңде яңғыҙ тороп ҡалған кеүек тояһың, ҡайҙа барып баш төртөргә белмәйһең. Үҙаллы шөғөлләнһәң дә әҙ кеүек, шуға ла ошо оҫталыҡ дәрестәре ваҡытында үҙеңде режиссер кеүек тояһың, аудитория менән идара итергә өйрәнәһең. Яңы фекерҙәр тыуа, мәҫәлән, нисек спектакль ҡуйырға, балаларҙы ҡатнаштырырға.
Сәнғәттә һәр яңы тәҡдимде ҡуш ҡуллап күтәреп алалар, үҫеү мөмкинлеге бар.


– Хыялһыҙ кеше – ҡанатһыҙ ҡош, тиҙәр...

– Хыялдар күп! Милли хәрби кейемде кейеҙҙән баҫтырып алып, ҡылыс һәм уҡ тотоп, ошо костюмда төрлө илдәр буйлап йөрөп, башҡорт милләте барлығын күрһәткем килә. Уҡып бөтөп, актер булараҡ тәжрибә туплағас, режиссер­лыҡҡа ла уҡырға ине. Яҡшы режиссер булыу өсөн иң тәүҙә үҙеңә оҫта актер булырға кәрәк.


– Әбйәлил, ә бит хыялдар тормошҡа аша. Һинең актер һөнәренә уҡып йөрөүең дә ошоно иҫбатлай түгелме?! Уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас