Йәмғиәт
28 Февраля 2020, 07:28

Хыялыбыҙ – тәҙрәләрҙе яңыртыу

Мәктәп – уҡыусыларҙың икенсе йорто, тип бушҡа ғына әйтмәйҙәр, сөнки ҡыҙ һәм малайҙарҙың ярты ғүмере белем усағында үтә. Тимәк, ул йылы, уңайлы булып, балаларҙы үҙенә саҡырып торорға тейеш. Ниғәмәт урта мәктәбе 1978 йылда төҙөлгән. Ошо дәүер эсендә әллә күпме йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығарған.

Беҙгә тиклем эшләгән өлкән быуын уҡытыусылары бар көстәрен һалып, мәктәптең данын республика кимәлендә танытҡан. Бөгөнгө остаздар ҙа уларҙың намыҫына тап төшөрмәй район һәм республика кимәлендәге конкурстарҙа ҡат­наша, призлы урындар ала.

Бөтәбеҙгә лә мәғлүм: балаларға төплө белем бирер өсөн уларға уңайлыҡтар ҙа булдырырға кәрәк. Һуңғы бер нисә йыл эсендә байтаҡ ыңғай үҙгәрештәр теркәлде. Бының өсөн коллектив ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй. Тик барыһын да тормошҡа ашырырға үҙебеҙҙең генә хәлдән килмәй, сөнки күп нәмә ҙур аҡсаға бәйле.

Әле беҙҙең иң ҙур проблема – иҫкергән тәҙрәләр. Бер нисә йыл элек мәктәптең ҡояш төшмәгән яғына ҡарап торған тәҙрәләрен алыштырғайнылар, ә бына көньяҡ­ҡа ҡараған яғы иҫке килеш тороп ҡалды. Шул тиклем таушалғандар, уларҙы асып та, йыуып та булмай. Бер яҡтан, ул бүлмәләрҙең йәмен ебәрһә, икенсе яҡтан, көҙҙән алып яҙға тиклем бүлмәлә буран уйнай. Шуға күрә быйылғы уҡыу йылында мәктәп “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһына ҡушылды һәм уның сиктәрендә тәҙрәләрҙе яңыртыу эшенә күп көс һала.

Хыялыбыҙ – тәҙрәләрҙе яңыр­тып, яҙмыштың әсе елдәренә лә, тәбиғәттең һыуығына ла бирешмәй янып эшләү. Ә уҡыусыларыбыҙҙы яҡты һәм зауыҡлы тәҙрәле мәктәп ҡыуанып ҡаршы алып һәм оҙатып торһон ине.

Баймаҡ районы

Читайте нас