Йәмғиәт
28 Февраля 2020, 06:45

Рәхмәт һүҙе

Гел генә кеше йәш тормай –Бара ла етә һикһәнгә, –тип, керпек ҡаҡҡан арауыҡтай ғына күренгән 80 йыллыҡ ғүмерҙе йәшәп ташланған икән. Ышаныр-ышанмаҫ ҡына ҡабул итәм был дөрөҫлөктө.

Гел генә кеше йәш тормай –

Бара ла етә һикһәнгә, –

тип, керпек ҡаҡҡан арауыҡтай ғына күренгән 80 йыллыҡ ғүмерҙе йәшәп ташланған икән. Ышаныр-ышанмаҫ ҡына ҡабул итәм был дөрөҫлөктө.


Әммә үткән тормошома әйләнеп ҡарайым да, алай ҙа тәңрем көс-ҡеүәтте йәлләмәй биргән икән, тип ҡәнәғәтләнәм. Аяуһыҙ һуғыш мәлендә аслы-туҡлы, таҡы-тоҡо кейем менән үҫеп, “уҡыу” тигән процесҡа мөкиббән китеп, 20 йыл эсендә Темәс, Белорет, Өфө, Мәскәү уҡыу йорттарын тамамлап, Мәскәү һынлы Мәскәүҙә диссертация яҡлап, ирҙәр тиңендә ауыр-ауыр эштәрҙә эшләп, дәреслектәр һәм башҡа әсбаптар яҙып, мәктәптәргә методик ярҙам күрһәтеп, ҡыҫҡаһы, йүгереп йөрөп үтелгән хеҙмәт юлын. “Шөкөр!” тием шуға.


Халҡыма хеҙмәт итеүҙе баһалап, бик күп ҡотлауҙар килде. Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың ҡотлауына ныҡ ҡәнәғәтмен. Мең рәхмәт!


Мәғариф һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан ойош­маһы рәйесе С.Н. Пронинаға, “Семигорье”ның генераль директоры К.А. Фазлетдиновҡа ихласлыҡтары өсөн ҙур рәхмәт әйтәм.


Мәскәүҙән фән докторы Х.Ә. Бар­лыбаевтың, Дәүләт Думаһы хеҙмәткәре Р.И. Сыңғыҙованың ҡотлауҙарына бик ҡыуандым.


Сибай институтының ректоры А.С. Вәлиевкә делегация ебәртеп ҡотлауы өсөн сикһеҙ рәхмәтемде белдерәм. Ошо институттың проректоры С.Н. Чер­новҡа, декан Е.Н. Григорьевҡа, кафедра мөдире Х.Б. Нурғәлинаға, уҡытыусы А.Й. Фәзуллинаға, шулай уҡ Сибай педагогия колледжы директоры И.Ш. Хәмитовҡа йылы һүҙҙәремде еткерәм, сөнки элек эшләп киткән уҡыу йорттары һаман минең йөрәгемдә.


Юлай ҡустым Ғәйнетдиновҡа ла рәхмәт. Ул миңә атайым менән әсәйем тураһында “Еҙ ҡурайы ҡайҙа ҡалды икән?” тигән мәҡәләһе ингән “Оҙон көй һәм йыраусы” тигән бик затлы китабын бүләк итте.


Күп ҡотлауҙарҙы педагогия учили­щеһында, университетта бергә уҡыған һабаҡташтарымдан алдым. Рәхмәт һеҙгә!


Байтаҡ йылдар үтһә лә, күңелдәрендә һис кәмемәҫ яратыу, хөрмәт йөрөткән уҡыусыларымдың барыһына ла, шулар эсенән айырыуса Н. Нурғәлина менән Ғ. Юлдыбаеваға мең рәхмәт.


Яҡын туғандарым Нуритдин ағайым Баязитов, еңгәләрем Венера, Мәликә, уландарым Илдар, Алмас, Ильяс, Искәндәр, ҡыҙҙарым Сәлимә, Динара, Данира, килендәрем, хөрмәтле ауылдашым һәм күршем, Башҡортостандың халыҡ һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Редик Фәсхетдинов, ҡатыны Гөлнур – барыһы ла ихлас ҡотлап, йөрәгемә ҡеүәт өҫтәнеләр.


Иҫән-һау, оҙон ғүмерле булайыҡ, туғандар!


Фото: pixabay.com
Читайте нас