Йәмғиәт
28 Февраля 2020, 18:20

Әсә өйҙә ут йота, ә бала юҡ...

Илдар Сорғотта уҡыған һәм апаһында йәшәгән, һирәкләп тыуған ҡалаһына ҡайтҡылаған. Был юлы ул 24 февралдә Өфөлә поездан төшкән һәм эҙһеҙ юғалған.

Туймазы ҡалаһынан 18 йәшлек Илдар Фәррәховтың юғалыуына бәйле ҡайһы бер мәғлүмәт билдәле булды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, үҫмерҙе “Лиза Алерт” ирекмәндәре эҙләү тураһында иғлан иткәйне. Туғандары әйтеүенсә, Илдар Сорғотта уҡыған һәм апаһында йәшәгән, һирәкләп тыуған ҡалаһына ҡайтҡылаған. Был юлы ул 24 февралдә Өфөлә поездан төшкән һәм эҙһеҙ юғалған.
Шул көндән алып унан бер хәбәр ҙә юҡ. Әсәһе өйҙә ут йота, үҙенә урын таба алмай ҡайғыра. Яҡындары ла бик борсола. Үҫмерҙең буйы - 175 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, сәстәре ҡара төҫтә, күҙҙәре ҡуңыр. Фотолағы үҫмерҙе таныһағыҙ йәиһә уның ҡайҙа булыуы тураһында белһәгеҙ, зинһар, хәбәр итегеҙ, тип үтенә Илдарҙың туғандары.
Фото:Лиза Алерт.
Читайте нас