Йәмғиәт
28 Февраль 2020, 15:05

Тылсымсы бесәйҙәр ҙә була икән!

“Шылтыратыуҙар ифрат күп, - ти Сергей,- тик әлегә һатып алыусы юҡ”

Өфөләр тауарҙар һатылыусы бер сайтта бик ҡыҙыҡлы хәбәргә юлыҡҡандар. Бер ир үҙенең тылсымлы көскә, магик һәләттәргә эйә булған бесәйен маҡтап-маҡтап һатмаҡсы булған.
Хаҡы ла ярайһы - "ни бары" ике миллион һум тора. Сергей йән эйәһенең өҫтөнлөктәрен иҫ киткес сағыу буяуҙарҙа бирергә тырышҡан. Хужаның әйтеүенсә, ул дауалай, экстрасенсор һәләттәренә эйә. Баш ауыртыуын, ир-атты бимазалаған сирҙәрҙе “һә” тигәнсе бөтөрә икән. Һатыусы бесәйҙең башҡа тылсымлы яҡтарын сер итеп тоторға уйлай. “Шылтыратыуҙар ифрат күп, - ти Сергей, - тик әлегә һатып алыусы юҡ”. Беҙ ҙә “доктор” бесәйҙе өфөләрҙең ҡурҡмайынса һатып алыуҙарына шикләнәбеҙ, тик кем белә, был донъяның кеме юҡ, тигәндәй, был юлы ла ҡармаҡҡа эләгеүселәр табылыуы ихтимал.
Фото: BashNews/
Читайте нас