Йәмғиәт
28 Февраля 2020, 12:00

Юлды бүлешә алмайҙар...

Башҡортостанда водитель урамда бер ғаилә парын туҡмай. Үкенесле, пенсионер ҡатын урында йән бирә...

Башҡортостанда Mitsubishi Outlander сит ил автомобиле водителе урамда бер ғаилә парын туҡмай. Үкенесле, пенсионер ҡатын урында йән бирә. Был хәл Октябрьский ҡалаһында булған.

Ватанды һаҡлаусылар көнөндә төнгө ваҡытта күп ҡатлы йорттар ихатаһында аҡ төҫтәге Mitsubishi Outlander автомобиле водителе бер ғәйепһеҙҙән ғаилә парына - 60 йәшлек ҡатын менән 62 йәшлек иргә ташлана һәм ҡаты итеп туҡмай. Ике яҡ араһында низағ юҡ-барҙан ғына килеп сыға, водитель менән ғаилә пары юлды бүлешә алмай.

Пенсионерҙарҙы туҡмағандан һуң, сит ил автомобиле водителе, бер ни булмағандай, машинаһына ултыра ла енәйәт урынынан һыпырта. Әммә пенсионер ҡатын ауыр тән йәрәхәттәре алғандан һуң, "Ашығыс ярҙам" машинаһы килеп еткәнгә тиклем үк урамда уҡ йән бирә. Ә 62 йәшлек ирҙе дауаханаға оҙаталар. Пенсионерҙың баш һөйәге йәрәхәтләнгән була, күкрәк ситлеге лә зыян күрә. Медицина ярҙамы күрһәткәндән һуң, уны өйөн ҡайтаралар.

Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренең һөҙөмтәле эшләүе арҡаһында ғәйепләнеүсенең шәхесе асыҡланып, ул ҡулға алынған. Уның Октябрьский ҡалаһы фирмаларының береһендә эшләгән 42 йәшлек ир булыуы асыҡланған. Ҡулға алғанда ул шыр иҫерек булған. Хәҙер ҡулын тыя белмәгән иргә төрмә янай.
Читайте нас