Йәмғиәт
28 Февраля 2020, 07:07

ЮРИСТ КӘҢӘШТӘРЕ

“Нисә өй һәм фатирҙы рәсмиләштерә алам?”
“Һәр кеше күпме өй йәки фатирҙы шәхси милке булараҡ теркәтә ала?
Айгөл.
Мәсетле районы”.
– Закон һәр граждандың шәхси милкендә күпме милектең булыу-булмауын сикләмәй. Был хаҡта Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 213-сө статьяһының 2-се пунктында әйтелә.
Иҫкеһе яҡшымы, яңыһымы?
“Яңы сит ил паспорты иҫкеһенән нимә менән айырыла? Ошо хаҡта яҙһағыҙ ине.
М. ШӘЙХУЛЛИН.
Мишкә районы”.
– Яңы һәм иҫке сит ил паспорттары ғәмәлдә булыу ваҡыты, биттәр һаны һәм дәүләт иғәнәһе күләме менән айырыла. Ә иң төп айырма, әлбиттә, биометрик мәғлүмәттәрҙең барлығында. Шулай итеп, яңы паспортта документ хужаһы хаҡындағы биометрик мәғлүмәттәр, йәғни бармаҡ эҙҙәре, һаҡлана. Был иһә ил сиген тиҙерәк сығырға булышлыҡ итә.
Элекке паспортта – 36, яңыһында 46 бит бар. Өҫтәүенә тәүге документтың ғәмәлдә булыу оҙайлылығы биш йыл булһа, икенсеһенеке – ун йыл.
Яңы сит ил паспортын, алдан яҙылып, Федераль дәүләт хеҙмәттәре порталы аша алырға мөмкин, тик уның дәүләт иғәнәһе күләме күберәк. Ә бына иҫкеһен алдан яҙылып та, яҙылмайынса ла юллайҙар. Өҫтәүенә иҫке документҡа балалар тураһындағы мәғлүмәтте индерергә мөмкин. Ә яңы биометрик паспортҡа бындай мәғлүмәттәр ҡуйылмай. Ҡыҙығыҙ йәки улығыҙ өсөн айырым документ юлларға кәрәк буласаҡ. Өҫтәүенә 12 йәштән дактилоскопия теркәүе мотлаҡ.
Дәүләт иғәнәләренә килгәндә, яңы сит ил паспортын юллағанда – биш (балалар өсөн – 2500 һум), иҫке сит ил паспортын рәсмиләштергәндә ике мең һум аҡса (балаларға – бер мең һум) сарыф ителәсәк.
Тағы йыш ҡына исем-шәрифте алмаш­тырғанда яңы документты рәсмиләштереү кәрәкме-юҡмы, тип һорайҙар. Әлбиттә, кәрәк. Быны, исем-шәрифегеҙҙе алмаштырыу тураһындағы документты юллап алғас, үҙегеҙгә ҡулайлы ваҡытта эшләй алаһығыҙ. Был йәһәттән закондарҙа ниндәйҙер ваҡыт сиге билдәләнмәгән.
Инвалид бала тәрбиәләгәндәргә ташламалар
“Инвалид бала тәрбиәләйем. Минең кеүектәргә пенсия юллағанда ташламалар бар тип ишеткәйнем...
М. МӨНИРОВА.
Белорет ҡалаһы”.
– Инвалид бала тәрбиәләгән ҡатын 50 йәше тулһа, өҫтәүенә 15 йылдан кәм булмаған страховка стажы бар осраҡта пенсия юллай ала. Тик түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алырға кәрәк: бала 18 йәшкә тиклем инвалид тип танылырға тейеш. Тағы ошо ҡыҙҙы йәки улды һигеҙ йәшкә тиклем тәрбиәләү мотлаҡ.
Инвалид бала ҡараған ата-әсәнең берәүһенең генә хаҡлы ялға алдан китеү хоҡуғы бар. Һеҙ ирегеҙ барлығы-юҡлығы, шулай уҡ нисә йәштә икәнлегегеҙ хаҡында яҙмағанһығыҙ.
Читайте нас