Йәмғиәт
29 Февраля 2020, 18:35

Бер ай ғына йәшәп ҡалған ...

Бәхетле әсәй менән атай оҙаҡ көтөп алған улдарын ни бары бер ай ғына һөйөп өлгөргән... Фажиғәнең сәбәбен иһә әлегә бер кем дә аңлата алмай.

Бәхетле әсәй менән атай оҙаҡ көтөп алған улдарын ни бары бер ай ғына һөйөп өлгөргән. Тик бына фажиғәнең нимәнән килеп сығыуын әлегә бер кем дә аңлата алмай.
Үткән йомала Өфөнөң Инорс биҫтәһендәге йорттарҙың береһендә ата-әсә бәпестәренең тын алмауын күргән. Баланың тәнендә бер ниндәй йәрәхәт табылмаған.
Ғәҙәттән тыш хәл урынына килгән медицина һәм хоҡу һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре малайҙың үлемен дәлилләгән. Бала быйыл ғинуар аҙағында ғына донъяға килгән һәм уға күптән түгел бер ай тулған, тип хәбәр итә “КП-Өфө” сайты. Был фажиғә сәбәптәрен белгестәр асыҡлаясаҡ.
Беҙ бәпестең ата-әсәһенең оло ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡ теләйбеҙ.
Фото: “КП-Өфө” сайты.
Читайте нас