Йәмғиәт
29 Февраля 2020, 17:00

Ни эшләүең был, Зәки?

Беҙ яҡташтарыбыҙ федераль каналға барып, ижади бәйгеләрҙә ҡатнашһа, бик ҡыуанабыҙ һәм тиҙ арала был яңылыҡ менән уртаҡлашабыҙ, уларҙың уңыштары тураһында һөйләйбеҙ. Ә бындай “билдәлелек” беҙҙең республикаға кәрәкме?

ТНТ каналында “Холостяк” тип аталған шоуҙың яңы миҙгеле башлана. Шул да булдымы яңылыҡ тиерһегеҙ. Эйе, федераль каналдар рейтинг йыйыр өсөн төрлө тапшырыуҙары менән ҡыуандырып ҡына тора. Ә яңылыҡ шунда, “Холястак”та быйыл яҡташыбыҙ ҡатнаша. Ул да булһа, ­Салауат ҡалаһынан Зәки Мусин.
Эш шунда, был тапшырыуҙа бер билдәле, уңышлы һәм бай ир-ат ҡатын-ҡыҙҙар менән таныша һәм мөнәсәбәт төҙөй. Тапшырыу һайын береһен төшөрөп ҡалдырып, аҙағында иң-иңен һайлай. Әйткәндәй, быйыл тәүге тапҡыр унда билдәле “йондоҙ” түгел, ә ябай стоматолог ҡатнаша. 27 йәшлек Антон Криворотов өсөн 25 гүзәл зат көс һынашасаҡ. Һәм улар араһында беҙҙең Зәки ҙә бар. Баҡһаң, был ир бер нисә йыл инде ҡатын-ҡыҙ ҡиәфәтендә йәшәй һәм үҙен күп гүзәл заттан матурыраҡ тип һанай икән. Зәки модель булып эшләй, ә ҡасандыр инженер булып хеҙмәт юлын башлаған.
“Инстаграм”да Зәки үҙенең буйҙаҡ менән ниндәй ҡиәфәттә осрашыуын күрһәткән. Ул артабан шоуға үтерме-юҡмы? Был хаҡта иртәгә тапшырыуҙы ҡарағас билдәле булыр.
Беҙ яҡташтарыбыҙ федераль каналға барып, ижади бәйгеләрҙә ҡатнашһа, бик ҡыуанабыҙ һәм тиҙ арала был яңылыҡ менән уртаҡлашабыҙ. Уларҙың уңыштары тураһында һөйләйбеҙ. Ә бындай “билдәлелек” беҙҙең республикаға кәрәкме? Әллә тағы, миңә ҡалһа юҡтыр...
Фото: Инстаграм.
Читайте нас