Йәмғиәт
29 Февраля 2020, 13:15

Йәш ижадсылар Нефтекаманы үҙенсәлекле ҡала булараҡ танытмаҡсы

Төбәк етәксеһе урбанистар – ҡала мөхитен үҙ итеүселәр менән осрашты. Улар Нефтекамала үтәсәк ҡала арт-проекттарының халыҡ-ара фестивале тураһында һөйләне. Был күләмле сарала туғыҙ илдән 42 рәссамдың ҡатнашыуы көтөлә.

Нефтекамаға бөгөнгө эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йәштәрҙең инновацион һәм техник ижады майҙансығында булды.
Төбәк етәксеһе урбанистар – ҡала мөхитен үҙ итеүселәр менән осрашты. Улар Нефтекамала үтәсәк ҡала арт-проекттарының халыҡ-ара фестивале тураһында һөйләне. Был күләмле сарала туғыҙ илдән 42 рәссамдың ҡатнашыуы көтөлә. Зауыҡлы биләмәләр йылы сиктәрендә үтәсәк сара өс этаптан тора.
Тәүгеһе – “Меморандум” тип аталғаны – 15 апрелдән 8 майғаса дауам итәсәк. Рәссамдар араһындағы был конкурс Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнала. Иң яҡшы эштәр ҡала майҙандарын, йорт диуарҙарын, байрам саралары үткән урындарҙы биҙәйәсәк.
Икенсе этап – мурал-арт фест – 20 майҙа башланып, 10 июндә тамамланасаҡ. Был конкурста еңеүсе ижади эштәр ҙә ҡала майҙандарында, сәнәғәт объекттары биләмәләрендә урын аласаҡ.
Аҙаҡҡы этап лэнд-арт фест тип атала, ул августа уҙасаҡ. Был бәйге ағастан төрлө һындар эшләүгә арналасаҡ, унда урындағы оҫталар ҙа йәлеп ителәсәк. Еңеүселәрҙең эштәре шулай уҡ йәмәғәт урындарында үҙ урынын табып, үҙенсәлекле биҙәү объекттарына әйләнәсәк.
Фестивалдең төп маҡсаты – ижади ҡарашлы йәштәрҙе берләштереү, Нефтекаманың ҡала булараҡ үҙенсәлеген танытыу.
Артабан төбәк етәксеһе IT-белгестәр өсөн беренсе хакатон-форум майҙансығында булды. Был майҙансыҡ Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 50-нән ашыу ҡатнашыусыны берләштерҙе. Форум барышында танылған белгестәр “НЕФАЗ”, “Искож”, “РН-Ремонт НПО” кеүек йәмғиәттәр, шулай уҡ ҡаланың йәшәйешен тәьмин иткән ойошмалар һәм ҡала хакимиәте өсөн IT-компетенциялар буйынса реаль производство бурыстарын хәл итә. Мәҫәлән, шундай мөһим мәсьәләләр иҫәбендә – автопоездар хәрәкәтен онлайн-режимда күҙәтеү, предприятиеларҙың складтарында адреслы һаҡлау системаһы, ҡаланың инженер коммуникациялары системаһының берҙәм геомәғлүмәт системаһы һәм башҡалар.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас