Йәмғиәт
29 Февраля 2020, 08:00

Ялған "хеҙмәткәр" коронавирус менән ҡурҡыта

Республикалағы был мутлыҡ осрағы тураһында Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә. Марина Каверина исемле ҡатын үҙен ошо ведомство хеҙмәткәре тип таныштырып, ойошмаларға шылтыратҡан һәм уларға сәйер талаптар ҡуйған.

Республикалағы был мутлыҡ осрағы тураһында Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә. Марина Леонидовна Каверина тигән ҡатын үҙен әлеге ведомство хеҙмәткәре тип таныштырып, ойошмаларға шылтырҡан һәм уларға сәйер талаптар ҡуйған.
Министрлыҡта ундай исем-шәрифле ҡатын эшләмәүенә баҫым яһағандар, ҡатындың үҙен Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығының Граждандар оборонаһы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр эштәре буйынса эске хеҙмәт капитаны Каверина тип таныштырып предприятиеларға шылтыратыуын һәм коронавирус таралыуы тураһында белдереү яҙып элергә ҡушыуын белдергәндәр.
Ул арала ялған "хеҙмәткәр" республикалағы ойошмаларға ғына түгел, күрше төбәктәргә лә шылтыратып өлгөргән. Яҡшы дикциялы ҡатын тауышы, әйтелгәндәренә өҫтәп, тикшереү менән килергә янаған һәм норматив әҙәбиәт һатып алырға ла тәҡдим иткән. Иғтибар итегеҙ һәм белеп тороғоҙ: мутлашыусы ошо номерҙан шылтыратҡан: 7 (999) 654 69 31.
Фото:360tv.ru
Читайте нас