Йәмғиәт
1 Март 2020, 18:00

Уллыҡҡа сабый алырға тип

Сит илгә ҡарағанда, тыуған яҡта ризыҡ та тәмлерәк һәм йәшәү ҙә арзаныраҡҡа төшә, ти табип.

Латин Америкаһында фәҡирҙәр өсөн дауаханалар төҙөгән табип-тропиколог, Өфө ҡыҙы Виктория Валикова Башҡортостанға ҡайтҡан. Бер үҙе генә лә түгел, ә хәләл ефете - Америка кешеһе менән. Уларҙың маҡсаты - балалар йортонан уллыҡҡа сабый алыу.

Бала алып тәрбиәләү - Викторияның күптәнге хыялы. Был турала ул үҙенең сәхифәһендә йыш телгә ала. Парҙың әлегә үҙҙәренең сабыйы юҡ.
Ниһайәт, өйҙә икәнен белдереп, ҡыҙ ҡымыҙ менән, шулай уҡ үҙенең йәшәгән биҫтәһен фотоға төшөрөп социаль селтәрҙәрҙә дуҫтары менән бүлешкән.

Шуныһын да билдәләргә кәрәк: Викторияның Рәсәйҙә ике фатиры бар. Шулай уҡ, сит илгә ҡарағанда, тыуған яҡта ризыҡ та тәмлерәк һәм йәшәү ҙә арзаныраҡҡа төшә, ти табип. Йәштәрҙең маҡсаттары изге, уңыштар теләйек.
Фото Виктория Валикованың сәхифәһенән.
Читайте нас