Ниңә бөгөн таң менән был ҡатын оло юлда китеп барған? Бер уйлаһаң, бөгөн эш көнө лә түгел. Әгәр ул юлға сыҡмаһа... Был фажиғә лә булмаҫ ине.
Бөгөн таң менән М-5 “Урал” юлының 1466-сы километрында Пенза өлкәһенән 46 йәшлек ир “Skania”йөк машинаһында Силәбе яғына китеп барғанда бер ҡатынды бәрҙергән. Һөҙөмтәлә 35 – 40 йәш тирәһендәге гүзәл заттың юл-траспорт фажиғәһе урынында ғүмере өҙөлгән. Әле хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре ҡатындың шәхесен һәм уның ни өсөн был ваҡытта оло юлда булыуын асыҡлай.
Әйткәндәй, кисә республика юлдарында ете автомобиль һәләкәте теркәлгән. Уларҙа бер кеше һәләк булған һәм ете кеше йәрәхәтләнгән.
Тәүлек әйләнәһенә республика ЮХХДИ-һы хеҙмәткәрҙәре 2600-ҙән ашыу юл ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын теркәгән, спиртлы эсемлектәр эскән 72 кеше тотолған.
Фото: республика ЮХХДИ-һы.