Февраль аҙағында полиция хеҙмәткәрҙәре Салауат ҡалаһының Островский урамында урынлашҡан йорт фатиҙарының береһендә ике мәйет тапҡан.
Ата менән улдың табылғанға тиклем ике аҙна элек үлеүҙәре асыҡланған, мәйеттәре еҫләнә башлаған.
Шомло фатирҙа тиҫтәләгән буш шешә һәм флакондар табылған.
“Ваҡиға урыны тикшерелде, күршеләре, туғандары менән һөйләшеп, вафат булыусылар тураһында мәғлүмәт алынды, суд-медицина экспертизаһы билдәләнде. Тәүтикшереүҙәр, ата менән улдың үлемендә криминал эҙ булмауын асыҡланы. 68 һәм 40 йәшлек аталы-уллы ирҙәрҙең үлеүенең сәбәбе – самаһыҙ алкоголле эсемлек ҡулланыу тип фаразлана”, - тип хәбәр итәләр Тәфтиш комитетынан.
Аяныслы ваҡиғаның сәбәптәрен асыҡлау буйынса тәфтиш тикшереүе дауам итә.