Йәмғиәт
2 Март 2020, 06:00

Мәрхүмә әсәһенең фатихаһын алып...

Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Эрик Әхмәтов “Рәсәй-1” каналында барған “Әйҙәгеҙ, бергәләшеп!” конкурсында ҡатнашты. Уның сығышын күҙ йәштәре аша ҡараусылар күп булды.

Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Эрик Әхмәтов “Рәсәй-1” каналында барған “Әйҙәгеҙ, бергәләшеп!” конкурсында ҡатнашты. Уның сығышын күҙ йәштәре аша ҡараусылар күп булды. Шул уҡ ваҡытта ризаһыҙлыҡ белдереүселәр ҙә табылды. Ә быға нимә сәбәпсе булды һуң?
Эрик музыка менән туғыҙ йәшенән шөғөлләнә. 11 йыл буйы ул үҙенең ҙур сәхнәләрҙә йәки зәңгәр экрандарҙа сығыш яһау хыялын тормошҡа ашырырға тырыша. Проектҡа һайлап алғастар, егеткә үҙе һайлаған йырҙы башҡарыу һәм уны әсәһенә арнау мөһим булған. Әммә уның йырҙы ғәзиз кешеһенә арнап башҡарыуы ҡайһы берәүҙәргә оҡшап етмәне. Улар был хәлде Эриктың үҙен йәлләтеүе тигәнерәк мәғәнәлә ҡабул итте.
“Һәр сығыш алдынан тулҡынланам. 100 кешенән торған кешенән торған жюри алдында йырлағаным юҡ ине. Ошондай тәжрибәм буласағына ҡыуанам”, – тип белдергән егет бер интервьюһында. “Башҡортостандан, Салауат ҡалаһынан Азалия исемле ҡыҙ ҙа ошо бәйгелә ҡатнаша. Уның менән алты йыл танышбыҙ. Тапшырыу төшөргәндә осрашҡас, хатта көлөп ебәрҙек. Башҡортостанда күрешә алмай инек, федераль каналдарҙың береһендә тап булыштыҡ”, – тип Эрик.
Стәрлетамаҡ егете был проектҡа әсәһенең һәм ғаиләһенең хыялын тормошҡа ашырыу өсөн килгән. Шуға ул Олег Газмановтың “Әсәй” тигән йырын башҡарҙы. Тап ошо яҡынының ярҙамы арҡаһында егет уңыштарға өлгәшкән. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, былтыр майҙа Эрик әсәһен юғалтҡан. Ғәзиз кешеһе егеттең иң яҡын дуҫы ла, кәңәшсеһе лә, психологы ла, ярҙамсыһы ла булған. “Әле мин нимәгәлер өлгәшкәнмен икән, был – ғәзиз кешеләремдең, әсәйемдең ҡаҙанышы”, – тип белдерҙе Эрик.
Стәрлетамаҡ егете “Әйҙәгеҙ, бергәләшеп!” тапшырыуының финалына сыҡты. Уның был тапшырыуҙың еңеүсеһе булып, бер миллион һум аҡсаны отормо-юҡмы икәнлеге тиҙҙән асыҡланыр. Әйткәндәй, финалға сыҡҡан йырсылар араһында Салауат ҡалаһынан тағы бер яҡташыбыҙ Азалия Ғәйнетдинова ла бар.
Фото: Эрик Әхмәтовтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Читайте нас