Йәмғиәт
2 Марта 2020, 14:00

Ҡыҙыулыҡ өсөн яза көтә

Төндә шаулашҡан йәштәрҙе тыйырға уйлаған ир үҙе лә ҡул күтәреүҙән тыйыла алмаған...

Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы хеҙмәтенә Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендәге йорттар ихатаһында 21 йәшлек егеттең ҡаты туҡмалып, дауаханаға эләгеүе тураһында билдәле була. Әлеге ваҡытта зыян күреүсе ауыр тән йәрәхәттәре менән 21-се дауаханала ята.
Полицияның дежур бүлегенә ыҙғыш тураһында хәбәр килеү менән оператив-тикшереү төркөмө хәл-ваҡиға урынына юллана. Хәлде тикшереү шуны асыҡлаған: егет менән 44 йәшлек ирҙең низағы йәштәр төркөмөнөң төнгө ваҡытта йорттар эргәһендә шаулауы арҡаһында килеп тыуған. Шул тирәлә йәшәгән иргә уларҙың тауышланыуы оҡшамай һәм ул, егеттәрҙең береһе менән эләгешеп китеп, уға тән йәрәхәттәре һала. Медицина хеҙмәткәрҙәре егеттең мейеһе һелкенгәнен, тәне күгәргәнен теркәгән.

Әлеге "тәртип яратыусыны" ҡулға алғандар, ул ғәйебен тулыһынса таныған, хәҙер ҡыҙыулығы өсөн уға яуап бирергә тура киләсәк.

Фото: infpol.ru
Читайте нас