Былтыр июлдә Мәскәүҙә Башҡортостан кешеһе менән бәйле булған яңғырауыҡлы һәм йән өшөткөс хәл-ваҡиғаға нөктә ҡуйылды.
25 йәшлек блогер ҡыҙҙы үлтереп, кәүҙәһен сумаҙанға йәшергән 33 йәшлек Максим Гареев язаһын тапты: уны туғыҙ йылға иркенән мәхрүм иткәндәр. Шуға өҫтәп, уға ҡыҙҙың ғаиләһенә компенсация түләргә тигән ҡарар ҙа сығарылған.
Былтыр ҡыҙҙың үле кәүҙәһен Пырьев урамындағы йорттарҙың береһендә сумаҙан эсендә тапҡайнылар. Тикшереү уның муйынына, кәүҙәһенең башҡа өлөшөнә, башына осло әйбер менән 19 тапҡыр һуғылғанын асыҡлаған. Сәнселеүҙән ҡанһырап, ҡыҙ шунда уҡ йән биргән. Был хәлгә ҡатнашы булған ир тәүҙә ҡанлы фатирҙы йыйыштырып, йыуып, үҙенең һәм ҡыҙҙың әйберҙәрен алып, енәйәт урынынан ҡасып китә. Тик уның эҙенә полиция бик тиҙ төшә. Һорау алғанда Максим ғәйебен тулыһынса таныған һәм үлтереүҙең мотивы ҡыҙҙың уны ирлек һәләтен кәмһетеп мыҫҡыллауы, финанс хәленән көлөүе тип хәбәр иткән. Таныштары егеттең тыныс кеше булыуы тураһында һөйләй, ул бындай аҙымға һәләтле түгел, тиҙәр.
Әҙәм ышанмаҫлыҡ йыртҡыслығы арҡаһында ир ғүмеренең туғыҙ йылын ҡаты режимлы колонияла үткәрәсәк, өҫтәүенә мәрхүмәнең ғаиләһенә 2,5 миллион һум компенсация түләйәсәк. Әлбиттә, бер ниндәй яза ла, аҡса ла йәш ҡыҙҙы кире ҡайтармаясаҡ, туғандарының ауыр ҡайғыһын да, ғүмерлек ғазабын да еңеләйтмәйәсәк инде...