Йәмғиәт
3 Март 2020, 08:01

“Бында ихлас һәм эшһөйәр халыҡ көн итә”

Был төбәк кешеләренең күңеле лә далалай иркен һәм асыҡ.

Аҡ ҡылғанлы далалары, тау-урмандары, уңдырышлы баҫыуҙары, ер аҫты байлыҡтары, ҡунаҡсыл һәм эшһөйәр халҡы менән дан тота Хәйбулла районы. Һәр саҡ алға ҡарап йәшәгән төбәктең социаль-иҡтисади хәле өлгө булырлыҡ: тау сәнәғәте предприятиелары тотороҡло эшләй, төҙөлөш объекттары сафҡа инә, юлдар төҙөкләнә, күперҙәр һалына, шәхси йорттар йылдам ҡалҡа... Был эштәрҙең барыһы ла халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән.


Билдәле яҡташтары менән дә хаҡлы ғорурлана хәйбуллалар. Арҙаҡлы бейеүсе Мөхәмәт Иҙрисов, халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев, әҙибәләр Йомабикә Ильясова, Фәрзәнә Аҡбулатова, шағир Ҡадир Әлибаев, тау белгесе Миңләхмәт Моталов, опера йырсыһы Зәйтүнә Ғәзизова, тәүге башҡорт дирижеры Ғәйнетдин Моталов, билдәле сәхнә оҫтаһы Хөрмәтулла Үтәшев, танылған ҡурайсылар Сәйфулла Дилмөхәмәтов, Ишморат Илбәков һәм башҡа талант эйәләре ошо изге төбәктә ҡанат нығытҡан.


Күптән түгел район менән етәкселек итеү бурысы йәш, дәртле, заманса ҡарашлы Рөстәм Шәриповҡа ышанып тапшырылды. Бөгөн ниндәй уй-хыялдар менән йәшәй хәйбуллалар? Халыҡтың ихтыяждарын тормошҡа ашырыу йәһәтенән ниҙәр эшләнә? Алда көтөлгән мөһим иҡтисади, мәҙәни сараларға әҙерлек нисек бара? Район хакимиәте башлығы менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.


– Рөстәм Динислам улы, таулы-урманлы Бөрйән ерендә тыуып-үҫеп, шунда тәүге хеҙмәт юлын башлап, район хакимиәте йөгөн байтаҡ йылдар уңышлы тартҡан тәжрибәле етәксене аҡ ҡылғанлы, киң далалы Хәйбулла төбәге нисек ҡаршыланы?

– Хәйбулла районында Яңы йыл байрамы алдынан эш башланым, шуға күрә барыһы­ның да кәйефтәре күтәренке ине (йылмая – автор).
Үҙем тыуып-үҫкән һәм хеҙмәт юлымды башлаған Бөрйән районы ғына түгел, тотош көньяҡ-көнсығыш төбәге яҡын һәм ҡәҙерле миңә. Ни өсөн тигәндә, Сибай ҡалаһында йәшлегемдең иң матур осоро – студент йылдары үтте. Ошо уҡыу йортонда Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла, Йылайыр районының ҡыҙ һәм егеттәре менән бергә белем алдым, фән тауҙарына бергәләп үрләнек. Шуныһы ҡыуаныслы: уларҙың күбеһе бөгөн төрлө урындарҙа етәксе вазифаһын биләй, үҙ төбәгенә хеҙмәт итә, шуға күрә бәйләнеш өҙөлмәгән, һәр саҡ аралашып торабыҙ.
Республика Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән Бөрйән районы хакимиәте башлығынан Хәйбуллаға күсеүемде бер ниндәй ҙә ҡырҡа боролош тип һанамайым, сөнки был өлкә, муниципаль хеҙмәт миңә яҡшы таныш. Әлбиттә, бер район тормошо икенсеһенән ныҡ айырыла, әммә көндәлек мәшәҡәттең күп яҡлы булыуы үҙе үк мауыҡтырғыс һәм яуаплылыҡ талап итә.
Хәйбулла халҡы мине яҡшы ҡабул итте, тәүге көндәрҙән үк уртаҡ тел табып, дөйөм проблемаларҙы барла­ныҡ, хәҙер уларҙы яйға һалыу йүнә­лешендә күмәкләшеп дәррәү эш­ләйбеҙ. Төбәктең тотороҡло үҫешен хәстәрләү, көнкүреш шарттарын яҡшыртыу төп маҡсат булып ҡала. Шул уҡ ваҡытта, әлбиттә, хәйбул­лаларҙың ышаныс белдереүе, ҙур өмөттәр бағлауы иңдәге бурысты тағы ла көсәйтә төшә.


– Белеүебеҙсә, һеҙ район ме­нән яҡындан танышыу маҡса­тын­да һәр ауыл биләмәһендә булдығыҙ, урын­дағы халыҡ ме­нән яҡындан осрашып, аралаш­тығыҙ, йыл йомғаҡтары буйынса йыйылыштарҙа ҡатнаштығыҙ. Төбәк халҡы менән осрашыу ниндәй тәьҫо­раттар ҡалдырҙы? Хәйбуллаларҙы ниндәй проблемалар нығыраҡ борсой?

– Властың халыҡ менән осрашыуы ул яңылыҡ түгел. Минең эш тәжри­бәмдә был күптән яйға һалынған һәм бындай осрашыу ике яҡ өсөн дә бик файҙалы һәм кәрәкле. Берҙән, халыҡтың уй-фекерен шәхсән ишетеп, уларға тейешле яуап бирелә, йә иһә хәл итеү юлдары бергәләп барлана. Икенсенән, халыҡ менән осрашыуға урынбаҫарҙарым, ойошма, учреждение етәкселәре бергә йөрөнө. Ихтыяж булғанда улар үҙҙәре етәкселек иткән өлкә өсөн яуап бирә, хәл итәһе мәсьәләләрҙе контролгә ала.
Тәьҫораттарға килгәндә, осра­шыуҙар бик йылы үтте. Иң мөһиме – һәр биләмәлә халыҡ әүҙем ҡатнашты, үҙҙәрен борсоған проблемаларҙы ҡыйыу күтәрҙе, нимәләр кәрәклеге хаҡында теләктәрен еткерҙе. Төбәк халҡының бер сифатына иғтибар иттем: хәйбуллаларҙың күңелдәрендә – дала иркенлеге, ихласлыҡ ярылып ята, һәр эшкә яуаплы ҡарауҙары һоҡландырҙы. Бында эшсән, тырыш һәм сәмле халыҡ йәшәй.
Проблемаларға килгәндә, улар күп һәм төрлө йүнәлештә. Һәр ауыл биләмәһенең үҙенә генә хас хәл итәһе мәшәҡәттәре бар. Шулай ҙа район өсөн төп проблемаларҙың береһе – һыу мәсьәләһе. Йылдар дауамында районда эсәр һыу проблемаһы киҫкен тора, сөнки үҙегеҙ белеп тораһығыҙ, бында һыу ятҡылыҡтары сағыштыр­маса аҙ. Урман-тау зонаһы ауылдарында йәшәүселәр был проб­леманы ниндәйҙер кимәлдә үҙҙәренсә хәл итергә тырышҡан: һәр йортта тиерлек һыу скважиналары, ҡоҙоҡтар бар. Ә бына ялан зонаһында, халыҡтың байтаҡ өлөшө күп фатирлы йорттарҙа йәшәгән Аҡъяр, Бүребай, Сиҙәм һәм башҡа ауылдарҙа хәл сетерекле булып ҡала. Йәй етеү менән кранда һыу кәмей йә иһә бөтөнләй туҡтай. Ә ҡышын һыу торбалары туҡтауһыҙ туңып ярыла, сөнки был төбәктә ҡыштар ҡаты. Райондың һыу селтәре буйынса ғәйәт ҙур эш башҡарыу бурысы тора. Айырыуса халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеү, уның сифатын контролдә тотоу, яҡшы колонкалар булдырыу зарур. Һыу торбаларын һәм насостарҙы алмаштырыу ҙа байтаҡ сығымдар талап итәсәк. Әммә был тәңгәлдә маҡсатлы эш башланды ла инде. Киләсәктә район халҡы һыулы булыр, тигән ышаныстамын.
Икенсенән, Рәсәйгә хас булғанса, юл проблемаларынан беҙ ҙә азат түгел. Мөрәжәғәттәрҙең күбеһе тап ошо мәсьәләгә ҡайтып ҡала. Шуға иғтибар иттем: башҡа райондарҙан айырмалы, Хәйбуллала тулыһынса зәңгәр яғыулыҡ үткән. Әле барлыҡ ауылдарҙы һыу менән тәьмин итеү һәм юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса эш алып барыла.
Биләмәләрҙәге йыйылыштар мә­лендә һәр ауылдың мөрәжәғәте яҙып алынды һәм улар ошо “ҡыҙыл папка”ла урын алды (Рөстәм Динислам улы беҙгә төрлө ауыл халҡының проблемаларын сағылдырған ҡыҙыл тышлы папканы асып күрһәтте – автор). Был мәсьәләләрҙең барыһын да хәл итергә тырышасаҡбыҙ. Әлбит­тә, ҡайһы берҙәрен тиҙ арала үтәп булыр, бәғзеләрен тормошҡа ашырыу өсөн байтаҡ ваҡыт талап ителер. Шуныһы ҡыуандыра: халыҡ үҙе йәшәгән йортон төҙөкләндереүҙе генә төп маҡсаты итеп ҡуймай, ә тотош ауылын күркәм һәм таҙа итеп күрергә теләй, тирә-яғын төҙөкләндереүгә ярҙам итеүҙе үтенә. Уларҙың үҙҙәре йәшәгән төбәктең проблемаларына битараф булмауы, бигерәк тә бөгөн киҫкен торған сүп-сар сығарыу, спиртлы эсемлектәрҙе рөхсәтһеҙ һатыуҙы тыйыу буйынса үҙҙәре үк ҡыйыу тәҡдимдәр менән сығыш яһауы хуплауға лайыҡ. Беҙ уларҙы ишеттек.


– Өр-яңы йыл башланып тора. Үткән йыл хәйбуллалар өсөн нисек тамамланды? Йыл нимәһе менән үҙенсәлекле булды?

– Хәйбулла районы өсөн 2019 йыл мөһим ваҡиғаларға, сағыу сараларға бай булды. Төбәк халҡы Башҡорт­остан Республикаһы Башлығын һайлау кампанияһында сәйәси әүҙемлек күрһәтте. Райондың барлыҡ 60 һайлау участкаһында һайлауҙар законға ярашлы үтеп, исемлеккә ингән граждандарҙың 84,36 проценты тауыш биргән. Шулай уҡ үткән йыл республикабыҙҙың ойошторолоуына 100 йыл тулыу менән дә иҫтәлекле булды, ошо уңайҙан райондың иң арҙаҡлы кешеләренә “Башҡортостан Республикаһы төҙөлөүгә – 100 йыл” юбилей миҙалы тапшырылды.
Йыл аҙағында республика Баш­лығы Радий Хәбировтың эш сәфәре менән районда булыуы, төбәкте бор­соған проблемалар менән шәхсән танышыуы, уларҙы хәл итеүгә ҡағы­лышлы фекерҙәр ишетеп, районды артабан үҫтереү перспективалары буйынса етди һөйләшеү ойоштороуы файҙаға ғына булды. Урында хәл итеүҙе талап иткән бөтә көнүҙәк мәсьәләләрҙе Радий Фәрит улына еткерә алдыҡ. Бөгөн шул һөйлә­шеүҙең дауамы булып, Аҡъярҙа етди сәбәптәр арҡаһында туҡталып ҡалған бассейндың ҡайтанан төҙөлә башлауын атау ҙа етә. Шулай уҡ район үҙәгендә 140 балаға иҫәпләнгән интернат менән 550 урынлыҡ мәктәп, Бүребайҙа физкультура-һауыҡтырыу комп­лексы төҙөү планлаштырыла. Күҙаллаған башҡа эштәребеҙ ҙә етерлек.
Райондың социаль-иҡтисади үҫе­шенә тос өлөш индергән сәнәғәт предприя­тие­ла­рының да тотороҡло эшләүен билдәләп үтер­гә теләйем. “Башҡорт баҡыры” яуаплы­лығы сикләнгән йәмғиәте, “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” акционерҙар йәм­ғиә­те, Башҡортостан шахта үтеү идаралығы урындағы халыҡты эшле итә, район ҡаҙнаһын да байыта. Сәнәғәт предприятиелары иҫәбенә төбәккә инвестиция йәлеп итеү буйынса беҙҙең район республикала етенсе урынды биләй һәм уның күләме өс миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән.
Шулай уҡ урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса ла тейешле шарттар булдырылған. Йыл һайын эшҡыуарҙарҙың район ҡаҙнаһын тулыландырыуға индергән өлөшө арта барыуы күҙәтелә. Әле районда 521 урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекты теркәлгән, 287 шәхси эшҡыуар, 161 фермер (крәҫтиән) хужалығы иҫәпләнә. Үткән йылда ғына улар республика һәм федераль программалар сиктәрендә ике миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы алыуға өлгәшкән.
Билдәле булыуынса, республика Башлығы Радий Хәбировтың һәр кесаҙна төбәккә инвесторҙар йәлеп итеү, уларға уңайлы мөхит булдырыу һәм эшҡыуарлыҡ өсөн отошло шарттар тәҡдим итеү маҡсатында “Инвестиция сәғәте” үткәреү бурысын ҡуйғайны. Был башланғыс “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ башланғыс­тарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Былтыр йәмғеһе 39 проект тәҡдим ителгән, уларҙың инвестиция күләме 1 миллиард 293,2 миллион һум тәшкил иткән.
– Рөстәм Динислам улы, Хәй­булла районы аграр төбәк бу­лараҡ та билдәле. Әйткәндәй, ҡаты сортлы бойҙайҙы Хәйбул­ланың бренды тип тә йөрөтәләр. Үткән йылғы һауа шарттары игенсегә ҙур һынауҙар ҡуйҙы. Ғөмүмән, аграр тармаҡта хәлдәр нисек?

– Район халҡы тәбиғәттең ҡырыҫ шарттарына күптән күнеккән, ауыл уңғандары һәм ер эшен үҙ итеүселәр һауа шарттарына һылтанып, ҡул ҡаушырып ултырмай. Хәйбулла игенселәренең иген үҫтереүҙең үҙҙәренә генә хас алымдары бар. Ауыл хужалығы тармағында эшмәкәрлек алып барған 11 яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт, 157 фермер хужалығы уңышлы эшләй.
Тулайым продукцияның күләме 2,5 млрд һум тәшкил итте, был күрһәткес 2018 йылға ҡарағанда алты процентҡа юғарыраҡ. Үҫемлекселек, малсылыҡ тармағында уңышлы эшләгән эшҡыуарҙар етерлек. Һеҙ әйтеп үткән ҡаты бойҙай бөгөн дә Хәйбулла баҫыуҙарында үҫтерелә. Шул уҡ ваҡытта игенселәр һуңғы осорҙа техник культураларға өҫтөнлөк бирә, сөнки баҙарҙа уларҙың хаҡы юғары.
Үкенескә ҡаршы, төбәктә ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү тармағы үҫешеп етмәгән, шуға күрә үҫемлекселек һәм малсылыҡтан алынған сеймал күберәк баҙарға йә иһә Ырымбур өлкәһенә китә. Был йәһәттән киләсәктә маҡсатлы эш алып барырбыҙ, тигән уй-ниәттәмен.


– Һуңғы йылдарҙа хәйбул­лалар төрлө программаларҙа әүҙем ҡатнаша...

– Тап шулай. Республикала бер нисә йыл рәттән тормошҡа ашырылып килгән социаль проекттар араһында ауыл халҡында бигерәк тә “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Програм­маның төп үҙенсәлеге – көнүҙәк проблемаларҙы халыҡ үҙе билдәләй һәм уны хәл итеүҙә туранан-тура ҡатнаша. Ул – ауылдарҙы төҙөклән­дереүгә ярҙам иткән сараларҙың береһе, нисәмә йыл буйына түҙемһеҙләнеп көткән хыялдарҙың тормошҡа ашыуы ла. Былтыр ошо программаға ярашлы, хаҡы һигеҙ миллион һумдан ашыу булған 12 проект тормошҡа ашырылған. Мәҫәлән, Татырүҙәк ауыл биләмәһе трактор алған, аҡъюлдар йылы гаражлы булған. Ағымдағы йылда ла ауыл халҡы үҙ проекттарын тәҡдим итте, улар хуплау тапһа, эш башланасаҡ.
“Башҡорт ихаталары” програм­маһы ла бик уңышлы старт алды. 2019 йылда, уға ярашлы, Хәйбулла районына 13,5 миллион һум аҡса бүленде. Һөҙөмтәлә Аҡъяр, Өфө, Бүребай, Подольск һәм Татырүҙәк ауылдарындағы биш ихата төҙөклән­дерелде. Ағымдағы йылда Маҡан һәм Садовый ауылындағы ике ихатала 15,3 миллион һумға торошло эш башҡарыу күҙаллана.
Шулай уҡ республика Башлығының күп ҡатлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау буйынса республика программаһын тәҡдим итеүе бик урынлы һәм ваҡытлы булды. Районда туғыҙ күп фатирлы йорттоң 19 подъезында ремонт эшләнде. Быйыл шундай уҡ биш йорттоң ун подъезы яңырасаҡ.
Уңышлы эшләгән програм­ма­ларҙың тағы береһе – “Ҡала мөхите”. Уға ярашлы бүленгән субсидия күләме былтыр 12,4 миллион һум тәшкил итте.


– Районда һаулыҡ һаҡлау өл­кә­һендә лә проблемалар юҡ тү­гел. Был хаҡта ни әйтер инегеҙ?

– Ысынлап та, һаулыҡ һаҡлау өлкәһен район өсөн иң ҡатмарлы мәсьәләләрҙең береһе булараҡ билдәләһәк, һис тә яңылышмабыҙ. Бөгөн ауылдарҙағы фельдшер-акушерлыҡ пункттарына һигеҙ фельдшер талап ителә, район үҙәк дауаханаһына 12 табип етешмәй. Был тәңгәлдә төрлө саралар күрелә: эшкә килгән табиптарҙы фатир менән тәьмин итеү, “Ауыл табибы”, “Ауыл фельдшеры” программалары эшләй, медицина колледжында, юғары уҡыу йортонда белем алған студенттар менән осрашыуҙар үткәрелә, уларҙы үҙебеҙгә ҡайтарыу буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Ошо йүнәлештә уҡып, тыуған төйәгенә ҡайтырға теләүселәргә һәр йәһәттән ярҙам итергә әҙербеҙ. Йәш табиптар ҡайта ул районға, әммә улар бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
Былтыр Ғәлиәхмәт ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды, быйыл Татырүҙәк һәм Оло Әбеш ауылдарында яңы ФАП төҙөлөшө планлаштырыла.


– Хәйбулла был төбәктә тау сәнәғәте предприятиелары иң күп урынлашҡан райондарҙың береһе һанала. Гәзит уҡыусы­ларҙы, моғайын, Подольск ауылы янындағы баҡыр-цинк ятҡылығын эшкәртеү, ауылды күсереү, ерле халыҡты ни өсөн әлеге төҙөлөшкә эшкә алмауҙары ла ҡыҙыҡһындырмай ҡалмаҫ. Ошо хаҡта ентеклерәк аңлатма бирһәгеҙ ине.

– Ысынлап та, беҙҙең район файҙалы ҡаҙылмалар менән дан тота. Төбәктә 90 йыллыҡ тарихы булған Бүребай тау комбинаты уңышлы эшләй. Шулай уҡ Башҡортостан шахта үтеү идаралығы һәм “Башҡорт баҡыры” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте илдең һәм төбәктең тау сәнәғәтен байыта.
Нисәмә йылдар дауамында һүҙ алып барылып, ниһайәт, ысын­бар­лыҡта Подольск ауылы янында баҡыр ятҡылығын эшкәртеүгә әҙерлек эш­тәре башланды. Подольск ер аҫты руд­нигының беренсе объектын файҙа­ланыуға тапшырыу 2025 йылға план­лаштырылһа, проектты ту­лыһынса тормошҡа ашырыу 2032 йылға күҙаллана. Ауылда йәшәү­селәрҙе күсереү, яңы биҫтә төҙөүгә ҡағылышлы эштәр ауылды үҫтереү буйынса комплекслы программа раҫланғандан һуң ғына башланасаҡ. Әле төҙөлөшкә урындағы 12 кеше эшкә алынған. Бының өсөн ер аҫтында эшләргә рөхсәте булған махсус һөнәргә эйә булыу шарт. Киләсәктә, әлбиттә, иң тәүҙә урындағы халыҡ араһынан эшселәр ҡабул ителәсәк. Был маҡсатта предприятие эш башланы ла инде: Исмәғил Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжы менән килешеү төҙөлөп, Подольск ятҡылығында эшләү өсөн студенттар уҡытыласаҡ.


– Мәғариф, мәҙәниәт өлкә­ләрендә хәл нисек?

– Район ҡаҙнаһындағы аҡсаның яртыһы тиерлек белем биреү тармағына йүнәлтелә. Педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең дөйөм һаны – 653. Бигерәк тә математика уҡытыусыларына ҡытлыҡ кисерәбеҙ, әле “Математика һәм физика” йүнәлешендә биш студент маҡсатлы йүнәлтмә буйынса белем ала.
Райондың һәр белем усағы яңы проекттар өҫтөндә эшләй, инновацион техноло­гияларҙы тормошҡа ашыра. Шуларҙың бер нисәүһенә генә туҡталайыҡ. “Заманса мәктәп” проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы Аҡъярҙа һәм Бүребайҙа “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәге булдырылды. “Һанлы иҡтисад” милли проекты сиктәрендә Савельевка, Первомайск, Әбделнасир, Яңы Украинка, Юлбарыҫ мәктәптәре бушлай юғары тиҙлекле интернетҡа тоташты. Үткән йылдың майында “Инженер белем биреү – киләсәк быуынға” төбәк-ара фәнни-техник конференция үтте. Был сарала ҡатна­шыусылар – Мәскәү ҡунағынан алып күрше төбәк, республиканың төрлө ҡала-райондарынан килгәндәрҙең барыһы ла техник ижад, төбәгебеҙ иҡтисады талап иткән йүнәлештәр буйынса буласаҡ инженерҙарҙы әҙерләү йүнәлешендә алып барған эшмәкәрлеккә һоҡланыуын белдерҙе. 2-се Аҡъяр мәктәбендә “Робот һәм мин” Урал аръяғы ассоциацияһының робототехник ҡорамалдар менән спорт уйыны сиктәрендә “Робостепь-2019” I Урал аръяғы чемпионаты ла юғары кимәлдә үтте. Аҡъярҙың 2-се мәктәбе Бөтә Рәсәй конкурсында лайыҡлы еңеү яуланы һәм “Рәсәйҙең иң яҡшы мәктәбе-2019” исеменә лайыҡ булды. Шулай уҡ “Йәш һөнәрмәндәр” V асыҡ төбәк чемпионатында беҙҙең район уҡыусыһы “Инженер дизайны” йүнәлешендә республика буйынса иң яҡшы өсәү иҫәбенә инде. Әлбиттә, ҡаҙаныштарҙың барыһын да һанап бөтөп булмай, улар иҫ киткес күп.
Мәҙәни тормошҡа килгәндә, тө­бәктә ул гөрләп тора. Мәҙәниәт хеҙ­мәткәрҙәре бер саранан да ситтә ҡалмай, уларҙы юғары кимәлдә ойоштора. Былтыр мәҙәниәт учрежде­ниеларының матди-техник хәлен нығытыуға ете миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Мәҙәниәт бүлеген финанслау буйынса беҙҙең район республика муниципалитеттары араһында икенсе урынды биләй.
Йәй көнө VI Бөтә донъя фольклориадаһын ҡаршы алып, районыбыҙға һигеҙ сит илдән киләсәк ҡунаҡтарҙы ҡаршыларға әҙерләнәбеҙ. Шулай уҡ районда өр-яңы мәҙәниәт йортон төҙөү буйынса проект эшләнә.


– Илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршыларға әҙер­ләнә. Был йәһәттән районда ниндәй эш алып барыла? Төбәктә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары нисәү?

– Беҙҙең районда дүрт һуғыш һәм 158 тыл ветераны йәшәй. Был мөһим сараға әҙерлек эшен башланыҡ та инде. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына, Рәсәйҙә иғлан ителгән Хәтер һәм дан йылына арналған “Һин йәшәһен өсөн...” тип аталған марафонға старт бирҙек. Сара төрлө ойошма-предприятиелар, учреждениелар һәм ауыл биләмәләре араһында үтәсәк. Апрель аҙағына тиклем бөтә ауыл биләмәләре, ойошмалар һәм учреждениеларға штандарт тапшырылып, 9 майҙа гала-концерт буласаҡ һәм еңеүселәр билдәләнәсәк.


– Хәйбуллалар өсөн быйылғы йыл айырыуса әһәмиәтле, сөнки райондың төҙөлөүенә 90 йыл тула...

– Ысынлап та, район халҡы өсөн бик күркәм һәм иҫтәлекле булған оло датаны ҡаршыларға йыйынабыҙ. Ағымдағы йылдың 19 сентябрендә Хәйбулла районы ойошторолоуға 90 йыл тулыуға арналған тантана үтәсәк. Унда республиканың төрлө төбәгендә йәшәгән яҡташтарыбыҙҙы һәм фиҙакәр хеҙмәте менән район тормошонда яҡты эҙ ҡалдырған шәхестәрҙе, хеҙмәт алдынғыларын, етәкселәрҙе, сәнғәт һәм мәҙәниәт оҫталарын бер майҙанға туплап, район йылъяҙ­маһына йәнә бер сағыу бит өҫтәрбеҙ, тигән ниәттәбеҙ.


– Йөкмәткеле әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Ир-егеттең аҫылы ил эшендә һыналыр, ти халыҡ мәҡәле. Ауыр һәм яуаплы эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ, Хәйбулла төбәген үҙ хеҙмәтегеҙ менән ырыҫлы итергә яҙһын!


Район тормошонан


* 2019 йылда “Инцидент-менеджмент” системаһына бөтәһе 494 мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Уларҙың барыһының да һорауҙарына яуап бирелгән, проблемалар хәл ителгән.
* Күп функциялы үҙәктәр тарафынан төрлө йүнәлештә 41 мең хеҙмәт күрһәтелгән. Аҡъярҙа урынлашҡан Күп функциялы үҙәктәге ете “Берҙәм тәҙрә” район халҡын тулыһынса хеҙмәтләндереп өлгөрмәй. Шуға күрә Бүребай һәм Подольск ауылдарында Күп функциялы үҙәктең территориаль подразделениеһы асылған.
* 2019 йылда райондың ауыл хужалығы тауарын етештереүселәре тарафынан 96,5 миллион һумға яңы техника һатып алынған. Һуңғы биш йылда ғына яңы техника һатып алыуға 500 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған.
Райондың крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында һәм шәхси ихаталарҙа бөтәһе 6807 баш эре мөгөҙлө мал, 2119 ат, 4833 баш кәзә һәм һарыҡ иҫәпләнә.
Төбәктең өс фермеры ҡымыҙ етештереү менән шөғөлләнә, былтыр 73,5 тонна ҡымыҙ етештерелгән.
Районда ете икмәк бешереү цехы бар, икмәк бешереүселәр бөтәһе 497 тоннанан ашыу төрлө икмәк ризыҡтары бешергән. Шулай уҡ өс тирмәндә бөтәһе 151 тонна он етештерелгән һәм һатылған.
Ике ауылда модулле мал һуйыу цехы сафҡа ингән.
Дәүләт ярҙамы менән райондың ете йәш ғаиләһенә йорт һатып алыуға йәки төҙөүгә – 5 миллион һумдан ашыу, бер ғаиләгә – 290 мең һумлыҡ “өй комплекты” төҙөүгә, Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының ике тол ҡатынына йорт өсөн сертификат һәм дүрт ғаиләгә кредиттарының бер өлөшөн ҡаплау өсөн 1,4 млн һум аҡса бүленгән.
* Етем йәки ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 14 балаға фатир асҡыстары тапшырылған. Бының өсөн ил һәм республика ҡаҙнаһынан бөтәһе 13,5 миллион аҡса бүленгән.
Былтыр муниципаль советтың 12 ултырышы үткән, уларҙа 75 көнүҙәк мәсьәлә тикшерелгән, 75 ҡарар ҡабул ителгән. Шулай уҡ 15 Совет президиумы ултырышы, 29 даими комиссиялар һәм 6 ревизион комиссия ултырышы булған.
2019 йылда граждандарҙың 7349 мөрәжәғәте һәм ғаризалары ҡабул ителгән.
Читайте нас