Йәмғиәт
3 Марта 2020, 14:00

Өфөлә ейәнсуралар осрашты

– Төп маҡсат – баш ҡалала ғүмер кисергән ейәнсураларҙы бергә туплау, – тине "Ейәнсура" яҡташтар ойошмаһы рәйесе Азат Аҡманов. – Шул уҡ ваҡытта йәштәрҙе ойошманың эшенә йәлеп итеү.

"Башҡортостан" дәүләт концерт залында "Ейәнсура" яҡташтар ойошмаһына 20 йыл тулыу уңайынан йыйын үтте.

Мәҙәниәт усағының фойеһында Ейәнсура районы райпоһы, бүтән эшҡыуарҙар күргәҙмә ойошторҙо, әлбиттә, оҫталар шәл алып килгән.

Ейәнсура районы Советы секретары Марат Мөхәмәтов төбәктең йәшәйеше менән таныштырҙы.

– Төп маҡсат – баш ҡалала ғүмер кисергән ейәнсураларҙы бергә туплау, – тине "Ейәнсура" яҡташтар ойошмаһы рәйесе Азат Аҡманов. – Шул уҡ ваҡытта йәштәрҙе ойошманың эшенә йәлеп итеү.
Яҡташтар осрашыуы йыр-бейеү менән үрелеп барҙы.


Автор фотоһы.
Читайте нас