Башҡортостанда бер исем менән аталған бер нисә ауыл бар. Һәр береһендә тормош үҙенсә гөрләй. Мәҫәлән, Ибрай ете – Ауырғазы, Бишбүләк, Ейәнсура, Ишембай, Күгәрсен, Ҡыйғы һәм Әлшәй райондары өсөн уртаҡ исемле ауыл.
Килешәйек һәм ҡыуанайыҡ, бөгөн республикабыҙҙың һәр ауылы икенсе һулышын кисерә. Мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәсеттәр төҙөлөүе, юлдарҙың рәтләнеүе, ихаталарҙың, зыяраттарҙың тәртипкә килтерелеүе шуға асыҡ миҫал. Ысынлап та, тормош алға бара, хәлдәр яҡшы яҡҡа үҙгәрә.
Белем усағының ауылдың тотҡаһы булыуы бәхәсһеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һаналған Ибрай ауылдарының ҡайһы берәүҙәрендә мәктәптең юҡлығы кәйефте ҡыра. Ни хәл итәһең, ҡулайлаштырыу еле кемдәрҙелер ситләп үтмәгәндер. Был тәңгәлдә ейәнсуралар һәм ҡыйғылар ғына бүтәндәренә ҡарағанда күпкә бәхетле. Уларҙа малай һәм ҡыҙҙар мәктәпкә йөрөй.