Йәмғиәт
3 Марта 2020, 16:00

“Красноусол” шифаханаһында - яңы етәксе

Евгений Волков сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.

Республиканың халыҡты сәләмәтләндереү йүнәлешендәге иң ҙур учреждениеларының береһе булған “Красноусол” шифаханаһына директор итеп 29 йәшлек Евгений Волков тәғәйенләнде.
УЯңы етәксе сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан. 2010 йылда Стәрлетамаҡ станоктар эшләү техникумын, 2016 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған.
2010-2011 йылдарҙа хәрби бурсын үтәгән. Армиянан ҡайтҡас, “Стәрлетамаҡ нефтехимия заводы” йәмғиәтендә ҡатмарлы фенолдарҙы етештереү буйынса аппаратсы булып эшләгән. 2015-2017 йылдарҙа “Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге” муниципаль ҡаҙна учреждениеһының хужалыҡ-файҙаланыу участкаһы мөдире, 2017-2018 йылдарҙа “Красногорск ҡала округының урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеген тәьмин итеү үҙәге” мунициапль ҡаҙна учреждениеһы директоры урынбаҫары вазифаларын үтәгән.
Фото: “Красноусол” шифаханаһының шәхси архивынан.
Читайте нас