Төҙөлөш фирмаһында эшләгән кеше, ғәҙәттәгесә, дүрт метр тәрәнлектәге траншеяға төшкән һәм торбаларҙы монтажлаған. Тик күпмелер ваҡыт үткәс, ҡояш нурҙарына йомшарған ер убылып төшкән һәм таштар ирҙе бер мөйөшкә ҡыҫырыҡлаған. Ныҡ ҡына яраланған эшсене тиҙ генә дауаханаға илткәндәр. Был хәл теүәл бер йыл элек, март башында Өфө эргәһендәге “Цветы Башкирии” биҫтәһендә булған.
Тикшереүҙәр ваҡытында “21-се төҙөлөш идаралығы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эштәрҙең хәүефһеҙлеге өсөн яуап биргән участка начальнигы траншеяны тикшермәгәнлеге һәм ерҙең ишелмәүе өсөн саралар күрмәгәнлеге асыҡланған. Баҡтиһәң, был траншея ҡыш уҡ ҡаҙылған икән. Алдан хәстәрлек күрелһә, фажиғә теркәлмәҫ тә ине.
Участка начальигы ғәйебен таныған. Был енәйәт эше суд ҡарауына бирелгән. Йәмғиәт етәксеһенә лә эшселәрҙең хеҙмәтте һаҡлау буйынса ҡағиҙәләрҙе контролдә тотоу һәм ғәйеплеләрҙе дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырыу тураһында күрһәтмә тапшырылған.
Көндәр йылына, ҡояш нурҙарын нығыраҡ тарата башланы. Былтрығы кеүек фажиғәләр башҡаса ҡабатланмаһын. Һәр эш урынында хеҙмәтте һаҡлау буйынса ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү зарур.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.