Бөгөн Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда парламент рәйесе Константин Толкачев студенттар һәм аспиранттар менән осрашты. Улар өсөн асыҡ ишектәр көнө ойошторолғайны. Парламентҡа республиканың юғары уҡыу йорттарында белем алған йәштәр конкурс һөҙөмтәләрен белеү өсөн килгәйне. Уларҙың бөтәһе лә Башҡортостан парламентаризмы тарихы буйынса иң яҡшы ғилми-тикшеренеү эштәре конкурсында ҡатнашҡан.
Студенттар һәм уларҙың ғилми етәкселәре парламент тарихы музейында булды, Ҙур ултырыштар залын ҡараны, республика символикаһы залын күреп сыҡты. Шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев менән осрашты.
– Эштәр бик күп килде, беҙ быға ҡыуандыҡ. Йәштәр парламент тематикаһы менән ҡыҙыҡһына. Эштәрҙең сифаты ла юғары, – тине ул. – Ҡыҙыҡһыныуығыҙ был бәйге менән генә сикләнмәһен, артабан да беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итегеҙ, үҫешегеҙ. Республикаға лайыҡлы йәш кадрҙар кәрәк.
Был конкурс республикала тәүге тапҡыр үткәрелде. Ул Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 25 йыллығына арналды. Еңеүселәргә Константин Толкачев наградалар тапшырҙы. Парламентаризм тарихы менән ҡыҙыҡһыныусылар М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия, Башҡорт дәүләт университеттарында, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтында уҡый. Еңеүселәрҙең ғилми етәкселәре шулай уҡ БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың почет грамоталары менән бүләкләнде.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.