Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө юҡҡа ғына яҙ башында билдәләнмәйҙер. Яҙ – ул үҙе һалҡын ҡыштан һуң тәбиғәттең уянған, яңы һулыш алған осоро. Гүзәл зат вәкиле үҙе лә бит ғүмер бүләк итеүсе, бар донъяға йәм өҫтәүсе, йылылыҡ-наҙ өләшеүсе, ғаилә усағын һаҡлаусы, ғөмүмән, бар тормошҡа йән өрөүсе бер зат бит ул. Улар араһында төрлө һөнәр эйәләре бар, ижтимағи тормошта ла әүҙемдәр. Быны Өфөләге “Торатау” Конгресс-Холында юғары кимәлдә үткәреләгән IV “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” республика конкурсы тағы бер тапҡыр иҫбатланы.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев гүзәл зат вәкилдәренә республика Башлығы Радий Хәбировтың сәләмләү һүҙҙәрен еткерҙе.
“Һуңғы йылдарҙа был конкурс ижтимағи тормошобоҙҙа республика ҡалаларындағы һәм райондарындағы әүҙем, лидер ҡатындарҙы берләштергән һиҙелерлек сараларҙың береһенә әүерелде. Ул ҡатын-ҡыҙҙың изге миссияһы күп кенә социаль ролдәрҙә – хәстәрлекле әсә, ғаилә усағын һаҡлаусы, юғары һөнәри уңыштарға өлгәшкән яҡшы белгес икәнлеген күрһәтте. Һеҙҙең уңыштарығыҙ республикалағы башҡа ҡатын-ҡыҙҙар өсөн илһамландырғыс миҫал булып тора”, – тине Урал Таһир улы һәм етеп килгән Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрам менән ҡотланы.
“Башҡортостан Республикаһы ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте” ҡатын-ҡыҙ статусын күтәреү һәм уның йәмғиәттәге ролен арттырыу төбәк ижтимағи ойошмаһы етәксеһе, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһаринаға “Берҙәм Рәсәй” партияһының фракцияһының абруйын һәм статусын күтәреүгә индергән тос өлөшө өсөн Рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләк тапшырылды.
Тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡатыны Каринэ Хәбирова: “Һәр кем үҙ тарихын үҙе яҙа. Ә бында бөгөн булғандарҙың барыһының да тарихы ихлас һоҡланыуға лайыҡ. Мостай Кәримдең яңыраҡ уҡыған шиғырынан өҙөктө бөгөн әйтке килә: “Өс мөғжизә мине әсир алды. Ер, йәнә күк, йәнә ҡатын кеше”, – тине.
“Ҡатын – күп балалы әсә” номинацияһына лайыҡ булғандар араһында 11 бала тәрбиәләгән Резеда Ильясова бар ине. Ул Саҡмағош районынан килгән. Миәкә районынан Фәниә Ҡунафина ун балаға ғүмер бүләк иткән. Өҫтәүенә улар ижтимағи тормошта ла әүҙем.
“Ҡатын-ҡыҙ – лидер” номинацияһы буйынса билдәләнгәндәр араһында Фәһимә Абдрафиҡова һәм башҡалар бар ине. Ҡатын-ҡыҙҙар барыһы ун номинация буйынса билдәләнде.
“Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе, йортобоҙ һәм Тыуған илебеҙ билдәһе. Дан һеҙгә, милләтем әсәләре”, – тине Гөлнур Ҡолһарина.
“Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” маҡтаулы миҙалына лайыҡ булғандар араһында билдәле ғалимә, телсе, филология фәндәре докторы, профессор, йәмәғәт эшмәкәре Фирҙәүес Хисамитдинова, яҙыусы, тәржемәсе Гүзәл Ситдиҡова, республикабыҙ даны булған балалар үҫтергән әсәләр - Әҡлимә Хызырова, йөҙ йәшлек Сәймә Тикеева һәм башҡалар бар ине. Ошондай юғары бүләккә лайыҡ булыусылар араһында “Башҡортостан” гәзитенең ветераны, ижтимағи тормошта ҡайнап йәшәгән Башҡортостан Республикаһы ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте Советы вәкиле Фәүзиә Латипованың булыуы ла ҡыуаныслы.
Был бик матур сара тураһында “Башҡортостан" гәзитенең йома һанында тулыраҡ уҡырһығыҙ.