Һуңғы ваҡытта республикала күпләп кешеләр юғала башланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың бер өлөшө үлгән килеш табыла, ҡайһылары тураһында оҙаҡ йылдар бер нимә лә билдәле бумай. Шулай ҙа күпселеге иҫән булып сыға. Ғаиләләрен, яҡындарын, балаларын ҡалдырып сығып киткән кешеләр ни өсөн улар тураһында уйламайҙыр? Аңлашылмай. Ғаилә бит ут йотоп йәшәй был осорҙа.
Шундай осраҡтарҙың береһе тураһында бөгөн билдәле булды. 29 йәшлек Михаил Чухнов ике ай самаһы элек, тап Яңы йыл байрамы алдынан ғәйеп булғайны. Иглиндә йәшәгән был кеше серле шарттарҙа юҡ була. Ҡатыны белдереүенсә, уларҙың ғаиләһендә финанс проблемалары барлыҡҡа килә. Уны хәл итеү өсөн ир Өфөгә китә лә, юҡ була.
– Был ваҡиғалар алдынан ғына уның картаһынан 27 мең һум аҡса юғалды. Аҡса уныҡы түгел һәм уны тиҙ арала ҡайтарырға кәрәк ине. Ул микрозайм алырға булды һәм Өфөгә китте, – тип һөйләгән “КП-Уфа” баҫмаһына ирҙең әсәһе.
Өйҙә уны ҡатыны һәм ике бәләкәй балаһы көткән. Туғандары ғаилә башлығы ғәйеп булғас, полицияға ғариза яҙа. Уны ирекмәндәр ҙә эҙләй. Тик ошоға тиклем бер яңылыҡ та булмай.
Һәм бына бөгөн, 4 мартта Михаилды тере һәм һау килеш тапҡандар... Брянск ҡалаһында... Ул унда нимә эшләп йөрөгәндер, билдәһеҙ. Шулай уҡ ни өсөн ике ай эсендә ҡатынына һәм туғандарына шылтыратмауы ла сер булып ҡала.
Нисә кешене ике ай буйы ут йоттороп йәшәткән ир нимә эшләп йөрөгәндәр, бәлки, һуңғараҡ билдәле булыр. Яҡындарҙың күңеле менән уйнарға ярамай ҙа бит...