Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров Өфө ҡала Советының 52-се ултырышында ҡатнашты. Төбәк етәксеһе республиканың баш ҡалаһын артабан үҫтереү йәһәтенән төп бурыстарҙы билдәләне һәм дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Өфө мэры Өлфәт Мостафин ултырышта муниципалитет эшмәкәрлеге һәм 2019 йылғы социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтары тураһында отчет тотто. Радий Хәбиров яңы команда эшләй башлағандан алып ҡалала булған үҙгәрештәрҙе ыңғай баһаланы. Улар ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәренә, биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә, йәмәғәт транспортының эшенә һәм башҡа өлкәләргә ҡағыла.
– Башта хәл ябай түгел ине. Ул йылдар Өфө өсөн яҡшы осор булмағандыр, моғайын. Эйе, ҡала командаһы эшләне, тырышты. Ләкин республика дәүләт власы органдары менән үҙ-ара мөнәсәбәттәр дөрөҫ төҙөлмәгәйне. Был иһә баш ҡаланың үҫешенә ҡамасауланы, – тине төбәк етәксеһе. – Әлбиттә, бер йыл эсендә Өфөнө үҙгәртеп ҡороу мөмкин түгел. Әле планға ярашлы тыныс эш бара, сөнки ҡаланы, халыҡтың кәйефен үҙгәртмәһәк, Өфөнө иҡтисади тормоштоң ғына түгел, тотош Башҡортостанды замансалаштырыуҙың этәргесе итмәһәк, республика күләмендәге бурыстарҙы үтәй алмаясаҡбыҙ.
Республика етәксеһе әйтеүенсә, халыҡ менән һөҙөмтәле бәйләнеш булдырыу быйыл мэрия эшендә мөһим ҡаҙаныш булды.
– Кешеләрҙе ишетә башлаған өсөн рәхмәт. Был даими камиллашыуҙы, яңы технологиялар ҡулланыуҙы талап иткән ҡатмарлы бурыс, – тине Радий Хәбиров. – “Инцидент менеджмент” системаһын ғәмәлгә индереү, Өфө халҡы менән осрашыуҙар – бик мөһим күрһәткес. Ошо эште дауам итеүегеҙҙе, улай ғына ла түгел, уны эшмәкәрлегегеҙҙең төп йүнәлеше итеүегеҙҙе һорайым.
Башҡортостан Башлығы төҙөлөш өлкәһенә айырым иғтибар бирҙе, алданған өлөшсөләр һәм тығыҙ төҙөлөштәр Өфө өсөн проблемалы темаларҙы тәшкил итә, тип билдәләне.
– Милли проектҡа ярашлы беҙгә торлаҡты күпләп төҙөргә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта яңынан-яңы алданған өлөшсөләр барлыҡҡа килеүенә юл ҡуйырға ярамай, – тине ул. – Әлегә Өфө буйынса был мәсьәлә һүлпән хәл ителә, эште әүҙемләштереүҙе үтенәм. Штаб режимына күсегеҙ, һәр дүшәмбене ошо теманы тикшереүҙән башлағыҙ. Бынан тыш, төҙөүселәрҙең социаль өлкәгә лә тос өлөш индереүе мөһим.
Радий Хәбиров 2024 йылда Өфөгә 450 йыл туласағын да хәтергә төшөрҙө.
– Әлбиттә, илебеҙ Президенты Владимир Путин алдында тейешле указға ҡул ҡуйыу мәсьәләһен күтәрәсәкмен. Әле беҙ тейешле документтарҙы әҙерләйбеҙ. Иҫтәлекле байрамды Өфөнөң нисек ҡаршылаясағы тураһында хәҙер үк уйлана башларға кәрәк. Ғөмүмән, баш ҡалабыҙ замансараҡ төҫ алһын ине, шул иҫәптән технологиялар йәһәтенән дә. Ул ваҡиғалар туризм үҙәгенә әүерелергә тейеш. Әһәмиәтле ваҡиғаларҙың барыһын да ошонда йәлеп итегеҙ. Ә беҙ һеҙгә һәр яҡлап ярҙам итәсәкбеҙ.