Алена Алеева бына 22 йыл дауамында Ҡариҙел районында хат ташыусы булып эшләй. Был төбәктә күп ауылдар араһында юлдар юҡ, Аленаға йәйгеһен – кәмәлә, ҡышҡыһын ҡаргиҙәрҙә үҙенең хеҙмәт бурыстарын үтәргә тура килә.
Хат ташыусы йәмғеһе 11 ауылды хеҙмәтләндерә. Был ауылдарҙа башлыса оло йәштәгеләр йәшәй, уларҙа магазин да, дарыухана ла юҡ, хатта телефон бәйләнеше лә тотмай. Күптәр өсөн Алена ҙур тормош менән берҙән-бер бәйләнеш сараһы булып тора. Ул ололарҙың һорауы буйынса гәзит-журналдарҙан тыш, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар, башҡа кәрәк-яраҡ килтерә. Ауыл халҡы Аленаның килеүен кәрәкле әйберҙәр исемлеген әҙерләп көтөп тора.
Элегерәк почтальон ҡатын атта йөрөгән, әммә яҙлы-көҙлө боҙ өҫтөнән ат менән йөрөү – хәүефле. Бынан һигеҙ йыл элек “Рәсәй почтаһы” бүлексәһе Аленаға ҡаргиҙәр алып биргән. “Әммә яҙғыһын боҙ өҫтөнә һыу сыҡһа, йәки ҡар үтә күп яуһа, уның менән дә йөрөп булмай, ул сағында саңғыға баҫырға тура килә”, – ти почтальон ханым.
Алена үҙе Сыбыҡ ауылынан, уның дөйөм маршрутының оҙонлоғо 130 саҡрымдан ашыу тәшкил итә. Ҡариҙел почтальонының эшенә ни тиклем яуаплы ҡарауына бәйле тарих “Рәсәй ғорурлығы” федераль проекты биттәренә эләккән. Был башланғыс Президент гранттары фонды ярҙамында “Ынтылыш” хәйриә фонды тарафынан тормошҡа ашырыла. Уны ойоштороусылар ябай кешеләр башҡарған изге эштәр иғтибарһыҙ ҡалмаҫҡа тейеш, тип иҫәпләй.
Ә Алена Алеева үҙ эшендә артыҡ маһайырлыҡ бер ни ҙә күрмәй. Уны ул ябай хеҙмәти бурыс тип ҡарап, намыҫлы башҡара. “Мине һәр урында кешеләр көтә”, ти хат ташыусы һәм ҡышҡыһын – ҡаргиҙәрҙә, йәйгеһен моторлы кәмәлә төпкөл ауылдар халҡы янына ашыға.
Мәғлүмәт сығанағы һәм фото: svetlyi-put.rbsmi.ru