Йәмғиәт
5 Март 2020, 14:00

Әсәһе тип тормаған...

Өфөнөң Блюхер урамында урынлашҡан күп ҡатлы йорттарҙың береһендәге фатирҙа...

Өфөнөң Блюхер урамында урынлашҡан күп ҡатлы йорттарҙың береһендәге фатирҙа 76 йәшлек ҡатындың кәүҙәһе табылған. Төбәк Тикшереү комитеты оло йәштәге ҡатын үҙ үлеме менән үлмәгән, ә уны үлтергәндәр тип хәбәр итә.

Тәфтишселәр ваҡиға урынын тикшергәндән һуң, ҡатынды 42 йәшлек улы үлтереүен асыҡлаған. Аҙаҡ билдәле булыуынса, 3 мартта кис көнө ғәйепләнеүсе ир әсәһенең муйынына бер нисә тапҡыр бысаҡ менән сәнсә.

Һәләк булыусының кәүҙәһенә фатирға килгән ғәйепләнеүсенең ағаһы юлыға. Ул әсәһенең хәлен белергә килгән була. Әлбиттә, ул тиҙ арала аяныслы хәл тураһында хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итә. Шуныһы ҡыҙғаныс: ғәзиз кешеһенең ғүмерен ҡыйған ир полиция хеҙмәткәрҙәренән йәшенмәй һәм үҙ ғәйебен таный.

Яҡын кешеһен йыртҡыстарса үлтергән иргә ҡарата "Үлтереү" статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, сәбәптәре асыҡлана.
Читайте нас