Яратып һатып алған күп кенә бүлмә гөлдәре беҙгә сит илдән килә. Уларҙың генетикаһы эҫе климатҡа яраҡлашҡан.
Шуға ла был гөлдәр өсөн фатирҙа йәки өйҙә йылы булһа бик яҡшы. Йыл буйына гөл һауытындағы тупраҡ ярлылана, уларҙа микроэлементтар һәм туҡлыҡлы матдәләр йыуыла. Шуға ла яҙ көнө гөлдәр өҫтәмә туҡландырыуға мохтаж. Әйтәйек, шәкәр менән. Бер аш ҡалағы шәкәр ҡомон ярты литр йылы һыуға һалып иретәбеҙ ҙә һибәбеҙ. Шәкәр ҡомон тупраҡ өҫтөнә һибеп, уның өҫтөнә һыу һибә алаһығыҙ. Быны айға бер тапҡыр эшләргә кәрәк.
Һыуҙы яҙын артығыраҡ һибергә мөмкин. Март аҙағында уларҙың яңы һабаҡтары, япраҡтары һәм сәскәләре барлыҡҡа килә, улар иһә күберәк дым талап итә.
Гөл япраҡтары һарғайһа, үҫеше лә әкрен барһа, был беренсе сиратта грунтта һауа булмауға бәйле. Йыл дауамында һауыттағы тупраҡ "ултыра" һәм ҡатылана.
Уны йомшартып тормаһағыҙ, гөл тамырына кислород килеп етмәй. Болонда үҫкән сәскәләрҙең тупраҡтарын йомшартып тороусы юҡ, тик улар тирәһендә бөжәктәр, ваҡ кимереүселәр йөрөп, тупраҡты йомшартып торалар. Ә гөл тирәһендә ундай бөжәктәр юҡ - улар һеҙҙең ярҙамға мохтаж. Һыу һипкән көндө йомшарта күрмәгеҙ.
Фото интернет селәтренән.