Йәмғиәт
6 Март 2020, 10:34

Ғаилә табибы ул

Йомарт күңеленә, ихласлығына һоҡланмау мөмкин түгел.

Ауыл халҡы өсөн фельдшер – табип дәрәжәһендә, күҙ терәп торған белгес. Маҡан ауылында йәшәгән Гөлшат Яҙыҡбаева ла сирек быуат дауамында халыҡтың һаулығы һағында тора.


Ауыл фельдшеры, сир-сыр­хауҙан дауалауҙан тыш, пациенттарға төрлө кәңәш биргән психолог та булып тора. Һәр кемдең үҙ борсолоуҙары бар. Шуға ла сәләмәтлеге көйһөҙләнгән кешенең хәленә инә белгән, тыңлай-аңлай торған белгес талап ителә. Унан тыш, һәр миҙгелдә бәләкәй балаларҙың, оло йәштә­геләрҙең хәлен белгән, бәхетһеҙ осраҡҡа тарыған, ҡан баҫымы күтәрелгән йәки ҡапыл ауырып киткән кешегә тәүге ярҙам күрһәтеү фарыз. Бер һүҙ менән әйткәндә, ауыл фельдшеры – ғаилә докторы ул.
– Һөнәремде бик яратам. Медицина училищеһын тамамлағас, ошо ауылда эшкә урынлаштым. Ул ваҡытта беҙҙә ауыл амбулаторияһы бар ине. Табип-терапевт, фельдшер, лаборатория, физкабинет, теш табибы, процедура туташы, балалар бүлмәһе эшләне. Мәмбәт, Сәғит һәм Воздвиженка ауылдары халҡы ла дауаланырға килә ине. Бөгөн фельдшер-акушерлыҡ пункты етәксеһемен, – ти Гөлшат ханым.
Маҡан ауылының фельдшер-акушерлыҡ пунктында ыңғай шарттар тыуҙырылған. Бина заман талаптарына һәм санитар нормаларға яуап бирә, һыу үткән, йылылыҡ менән тәьмин ителгән. Ингән урында пандус ҡуйылған. Пунктта бөтә кәрәкле медицина йыһаздары бар. Бында процедура, ҡабул итеү, балалар һәм гинекология бүлмәләре эшләй. Ауырыуҙар көндөҙгө стационарға йөрөп медицина ярҙамы ала, дауаланыу курстары үтә. Ашығыс ярҙамға мохтаждар, шулай уҡ медицина тикшереүе, диспансерлаштырыу үтергә теләгән кешеләр район үҙәк дауаханаһына ебәрелә.
– Ауылыбыҙҙа ошондай уңай­лы, яҡты фельдшер-акушерлыҡ пункты булыуы менән бәхет­лебеҙ. Нисә килһәң дә, асыҡ, Гөлшат һәр ваҡыт үҙ урынында. Өйөнә барып инһәң дә, үҙ йортоңа саҡырһаң да, тиҙ генә ярҙам ҡулы һуҙа. Үҙем ҡан баҫымынан йонсойом. Әле бына үлсәтергә килдем. Йомшаҡ ҡуллы, хәстәрлекле фельдшерыбыҙға ҙур рәхмәт, – ти хаҡлы ялдағы Хәмиҙә Сайпанова.
Фельдшер Гөлшат Ғәйнизәр ҡыҙы, эш урынында халыҡты ҡабул итеүҙән тыш, ниндәй генә ваҡытта мөрәжәғәт итһәләр ҙә, йәше-ҡартына ярҙамға ашыға. Унан тыш, бихисап ҡағыҙ эше, отчеттары ла бар, сөнки халыҡтың сәләмәтлеге тураһындағы мәғлүмәттәрҙе тәртиптә тоторға кәрәк.
– Маҡандан район үҙәк дауаханаһына тиклем – 15 километр. Бында 1300 тирәһе кеше йәшәй, 400-гә яҡыны – хаҡлы ялда. Бер йәшкә тиклемге 16 сабый һәм 18 йәшкә тиклемге 245 бала, биш ауырлы ҡатын иҫәптә тора. Квартал һайын дарыу, кәрәк-яраҡтар алып торам. Медпункт бинаһына ике пластик тәҙрә ҡуйылды, яҡын арала ҡалған­дарында ла яңыртыласаҡ. Интернет үткәрәсәктәр, – тине Гөлшат Яҙыҡбаева.
Ул – алтын ҡуллы фельдшер ғына түгел, уңған ҡатын, хәстәрлекле әсә лә. Ғаиләһендә дүрт бала үҫә. Тормош рәүеше, кешеләргә ҡарата мөнәсәбәте менән дә күптәргә үрнәк булырлыҡ ул. Тынғыһыҙ, йомарт күңеленә, ихласлығына, кешелеклелегенә һоҡланмау мөмкин түгел.
Тормош иптәше Зиннур ағай ҙа – тоғро ир, балалары өсөн өҙөлөп торған өлгөлө атай, ныҡлы терәк булған ғаилә башлығы.

– Ирем эшемде аңлап ҡабул итә. Төнгө саҡырыуҙарға үҙе машина менән алып бара, көтөп алып ҡайта, бер ҙә ауырһынмай. Эшемде һәм ауыл халҡын сикһеҙ яратам, беҙҙә изгелекте онотмаған яҡшы кешеләр йәшәй, – ти Гөлшат Ғәйнизәр ҡыҙы.
Хаҡ һүҙҙәре уның изгелекле, киң күңелле икәнлеген асып һала. Тейешле медицина ярҙамы күрһәтеп кенә түгел, мөләйемлеге, ихласлығы һәм яғымлы һүҙе менән дә кешене дауалаған, тирә-яҡҡа изгелек өләшкән аҡ халатлы ханымдан Маҡан халҡы ысынлап уңған шул.
Читайте нас