Йәмғиәт
6 Марта 2020, 10:14

Донъяға – сабый күҙе менән

Бәхетле булыу өсөн күп кәрәкме? Юҡ. Иң ауыр мәлдә лә ҡатын-ҡыҙ булып ҡалырға өндәй һәм өйрәтә белгестәр.

Бәхетле булыу өсөн күп кәрәкме? Юҡ. Иң ауыр мәлдә лә ҡатын-ҡыҙ булып ҡалырға өндәй һәм өйрәтә белгестәр.


Тышҡы ҡиәфәт аҫыл зат өсөн бик мөһим. “Ирҙәр күҙҙәре менән ярата”, тигәнде ишеткәнегеҙ барҙыр. Һеҙҙең матур йөҙ-ҡиәфәтегеҙ – визит карточкаһы ул, шулай булғас, тәнегеҙҙе яратығыҙ, сәләмәтлегегеҙҙе һаҡлағыҙ.


Рухи яҡтан да, физик йәһәттән дә камиллашығыҙ. Донъянан артта ҡалмағыҙ, күберәк уҡығыҙ, спорт менән шөғөлләнегеҙ. Аш-һыу оҫталығына өйҙә ултырып та өйрәнергә мөмкин.


Һәр кемдең тормошонда ҡара һәм аҡ һыҙаттар була. Күңелһеҙ хәлдән арынырға, яҡындарығыҙҙы ғәфү итергә өйрәнегеҙ. Иң мөһиме – үҙегеҙҙе яратығыҙ! Шул саҡта кешеләр һеҙгә тартылыр, һәр яҡтан да килгән тыйнаҡ, гармониялы шәхесте улар йөрәге менән тоя.


Үҙ-үҙеңә бикләнеү төшөн­кө­лөккә килтерә. Тирә-яғығыҙға сабый күҙҙәре менән бағығыҙ, һәр атҡан таңға ҡыуанығыҙ, миҙгел­дәге һәр үҙгәрешкә һоҡла­нығыҙ. Март – яҙғы ай, тимәк, алда беҙҙе йылы, ҡыуаныслы көндәр көтә.


Фото: pixabay.com
Читайте нас