Йәмғиәт
6 Марта 2020, 09:40

Гөл кеүек ҡыҙҙар үҫтерәләр

Руслан Нафиҡов – ике ҡыҙ атаһы. Ул көнө буйы тиерлек эштә булыуына ҡарамаҫтан, ғаиләһенә ваҡыт бүлеүҙе үҙенә маҡсат иткән, ә байрам көндәрендә өйҙә тороуы – ҡыҙҙары өсөн ҙур шатлыҡ. Шәхси эшҡыуар Ауырғазы районының Ҡорманай ауылында тыуып үҫкән, Өфө ҡалаһында төпләнгән.

Руслан Нафиҡов – ике ҡыҙ атаһы. Ул көнө буйы тиерлек эштә булыуына ҡарамаҫтан, ғаиләһенә ваҡыт бүлеүҙе үҙенә маҡсат иткән, ә байрам көндәрендә өйҙә тороуы – ҡыҙҙары өсөн ҙур шатлыҡ. Шәхси эшҡыуар Ауырғазы районының Ҡорманай ауылында тыуып үҫкән, Өфө ҡалаһында төпләнгән.


Руслан Талют улы ҡыҙ баланың атай йортонда ҡунаҡ ҡына икәнен яҡшы аңлай.
– Ҡыҙҙарҙы тәрбиәләгәндә, беренсенән, һәр саҡ әсәләрен өлгө итеп ҡуям, – тип һөйләй әңгәмәсем. – Кәләшем Эльвира Салауат ҡыҙының, ә ул – уҡытыусы, күркәм сифаттарын балаларымдың күңеленә һеңдереү яҡлымын. Эш урынындағы уңыштары, йорттағы уңғанлығы, барыһы-барыһы тураһында ла әйтәм. Икенсенән, улар – буласаҡ әсәйҙәр, шуны ла онотмайбыҙ. Ирекһеҙҙән күренекле шағир Абдулхаҡ Игебаевтың “Әсә күңеле” тигән шиғыры иҫкә төштө. Унда шундай юлдар бар.
Әсә күңелен диңгеҙ, тиҙәр,

Унда күпме ынйы бар!

Һөйөп, ҡәҙерләп үҫтергән

Бала өсөн саф мөхәббәт

Ынйылары бит улар.

Күркәм ғаиләнең биҙәктәре кемдәр, тиһегеҙме? Гөлназ Өфө ҡалаһындағы 48-се урта мәктәптең IX класында белем ала, уның һылыуы Наҙгөл – 98-се урта мәктәптең VII класс уҡыусыһы.
Ҡыҙҙарҙың икеһе лә тик “бишле” билдәләренә генә уҡый. Әлбиттә, һәр ваҡыт ата-әсәләр йыйылышына барыу мөмкин түгел, шулай ҙа Руслан Талют улы ваҡыт таба, яҡындарының уҡыусы булыуы бүтән ҡабатланмаҫын белгәнгә күрә мәктәп тормошонда даими ҡатнаша. Нафиҡовтар ғаилә менән сәйәхәт итергә лә ярата. Мәҫәлән, йырҙарҙа йырланған Дим йылғаһына барыу улар өсөн ҙур һөйөнөс. Ә Дим буйында, дөрөҫөрәге, Дәүләкән райо­нының Иҫке Көрмәнкәй ауылында, Эльвира Салауат ҡыҙы тыуып үҫкән.
– Минең ике түгел, әсәләрен дә иҫәпкә алғанда, өс ҡыҙым бар, – ти Руслан шаяртып. – Байрамды матур итеп ойоштороу – ҙур бурысым. Береһе лә бүләкһеҙ ҡалмай. Ә ниндәй бүләк икәне әлегә сер булып ҡалһын.


Өфө ҡалаһы.
Читайте нас