Булғас була бит шәп ҡатындар! Улар беҙҙең арала бик күп. Бар эш тә ҡулдарынан килә, ауырлыҡтарҙан ҡурҡып тормайҙар. Емертеп эшләйҙәр ҙә, гөрләтеп донъяһын да көтәләр. Беҙҙең бөгөнгө геройыбыҙ ҙа шундайҙарҙан. Таныш булығыҙ: ул – шәхси эшҡыуар Айгөл Аҡбулатова.
Айгөл – Баймаҡ районының Темәс ауылы ҡыҙы. Сибай ҡалаһында сауҙа-иҡтисад колледжында бухгалтер-иҡтисадсы һөнәренә эйә була.
Ауыл ерендә мәшғүллек мәсьәләһенең киҫкенлеген бөтәбеҙ ҙә белә. Һәр кемдең матур итеп йәшәгеһе, балаларын лайыҡлы, етеш тормошта үҫтергеһе килә. Шуға күрә Айгөл Себер тарафтарына китеп эш башлай. Әммә ниндәй генә аҡсалы яҡ булмаһын, тыуған ер үҙенә тарта шул. Шуға күрә ул кире әйләнеп ҡайта һәм яңынан эш эҙләйһе урынға, уны үҙе булдыра. Булдырып ҡына ҡалмай, ауылдаштарын да шөғөллө итә. Ул әсәһенең һөнәрен дауам итеп, шәхси эшҡыуар булып китә һәм магазин тота башлай.
Бөгөн Темәс ауылында уның ике сауҙа нөктәһе бар. Улар “Дуҫлыҡ” һәм “Регина” тип атала. Бынан тыш, ул Темәс биләмәһендәге мәктәптәрҙе аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә.
– Әсәйемә, Нәзилә Ғарифулла ҡыҙы Яхинаға, рәхмәт әйтәм. Ул ғүмере буйы сауҙа тармағында, ҡулланыусылар йәмғиәтендә һатыусы булып эшләне. Мин бәләкәй саҡтан уның янында магазинда булдым, ярҙам иттем. Кешеләр менән эшләү шул тиклем оҡшай ине. Уҙған быуаттың 90-сы йылдары аҙағында атайым Рәмил Әйүп улы менән ауылда “Гөлназ” тигән магазин асып ебәрҙеләр. Аҙаҡ инде әсәйем миңә: “Йә, ҡыҙым, артабан һин дауам ит, эште беләһең, барыһына ла өйрәндең. Һин минән яҡшыраҡ булдырырһың”, – тине. Яҡын кешем ышанып тапшырғас, тотондом, – тип хәтирәләре менән уртаҡлаша ул.
Белгән, күңелгә ятҡан эш ырамлы була бит. Айгөл әсәһенең эшен дауам итеп кенә ҡалмай, уны үҫтерә, уңыштарға өлгәшә һәм шулай яйлап икенсе магазинын да аса.
Бөгөн ауыл халҡы был магазиндарға ҡарап ҡына тора. Эшҡыуар үҙен яуаплы, ғәҙел итеп күрһәтеп өлгөргән. Ул һәр ваҡыт яңы тауарҙар алып килә, уның кәштәләрендә иҫкергән әйбер бер ҡасан да булмай.
– Буран булһынмы, ел-дауыл сыҡһынмы, ауыл халҡы аҙыҡ-түлектән өҙөлөргә тейеш түгел. Тауарым һәр ваҡыт яңы, сифатлы булырға тейеш тигән талап ҡуйғанмын һәм бар көсөмдө һалып быны үтәйем. Һатып алыусы ышанысын аҡларға кәрәк бит. Үҙем машина йөрөтәм, тауарҙы ваҡытында алып ҡайтам, – ти Айгөл.
Дүрт ауылдашын эшле иткән ул. Әлиә Ярҡынбаева, Фәнүзә Рәсембәтова, Флидә Кинйәбаева һәм Гөлназ Мәжитоваларҙы үҙенең уң ҡулы тип иҫәпләй. Һәр эштә уларға таяна. Шулай уҡ йүнсел ҡатын хәйриәлек менән дә шөғөлләнә. Мәҫәлән, яңыраҡ ҡына инвалид балаларға ярҙам иткән. Бының кеүек эштәрен һанап бөтөрлөк түгел, тик ул маҡтанырға яратмай.
Айгөл Аҡбулатова – хәстәрлекле әсәй ҙә. Өлкән ҡыҙы Регина – студент, Өфөлә белем ала. Азалиә менән Риаз иһә мәктәптә уҡып йөрөй. Уның яҡындарына ла, яратҡан эшенә лә күңел йылыһы, дәрт-дарманы етә.