Йәмғиәт
6 Марта 2020, 09:51

Көндәре эштә ҡайнап үтә

Хаҡлы ялда ла шөғөл табырға була.

Мәсетле районының Һабанаҡ ауылынан крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Ольга Йәрмөхәмәтованы Өфөгә килгәнендә – “Ҡатын-ҡыҙ – йыл етәксеһе” республика конкурсында осраттым. Ғәжәп яҙмышлы ханым менән әңгәмәләшеү форсаты тейҙе.


– Пенсияға сыҡҡас, икенсе һулыш асылды, – тип йылмая Ольга Йәрмө­хәмәтова.

Ысынлап та, төп һөнәре буйынса (иҡтисадсы, агроном) фиҙакәр хеҙмәт итеп, эштән туҡтағас, уйланыуға ҡала ул. Һау-сәләмәт көйө, дүрт баланы башлы-күҙле итер саҡта нисек инде тик ултырмаҡ кәрәк. Етмәһә, ауыл иркен, ҡулы эш белә. Кәңәшле эш тарҡалмаҫ – ғаиләһе менән уртаҡ фекергә килеп, бынан алты йыл элек “Яңы эш башлаған фермер” программаһында ҡатна­шып, еңеп сыға. Малды ишәйтеүгә ярҙам итә ул. Грант аҡсаһына 500 литр­лыҡ һөт һыуытҡыс алалар.
Йәрмөхәмәтовтар ғаиләһе дәртләнеп эшкә тотона. Мал һаны арта. Хәҙер уларҙың ҡураһында 85 баш һыйыр малы иҫәпләнә, шуның 45-е һауыла. Яйлап ер алалар, бесәнлекте киңәйтәләр, күп йыллыҡ үлән сәсәләр. Трактор, өс йөк машинаһы, “ГАЗ­ель” эште алға ебәреүгә булышлыҡ итә. Ауыл си­тендә 35 һыйырға иҫәплән­гән яңы һарай сафҡа инә. Ете ауылдашын эшле итә улар.
Ул арала уңған эшҡы­уарҙы Өфөгә уҡырға ебә­рәләр. Ольга Матвеевна унан күңел офоҡтары киңәйеп, дәртләнеп ҡайта һәм ҡош­солоҡ тармағына тотона. Бройлер себештәре үҫте­реп һатыу эшен йә­йелдерә. Ауылдаштары ла яҙ етеү менән себеш эҙләү мәшә­ҡәтенән ҡотола. Уларға ла ярҙам бит. Был осорҙа “Ғаилә малсылыҡ фермаһы” программаһы ярҙамға килә. Грант аҡсаһы ҡош-ҡорт һуйыу, ҡаҡлау, төрөү цехы асырға һәм машина алырға ярҙам итә. Райондың балалар баҡса­лары, мәктәптәр, шифахана ашханаларын тәмле ризыҡ менән тәьмин итәләр хәҙер.
– Ярҙамсыларһыҙ үҙ эшемде асыу мөмкин булмаҫ ине. Төп терәгем – ғаиләм, – ти уңған эшҡыуар.

Өс улы – Альберт, Эдуард, Денис, ҡыҙы Альбина һәм кейәүе Ваган ниндәй эшкә тотонһалар ҙа, ҡулдарынан килә.
– Көнөбөҙ эштә ҡайнап үтә, кемдер – яланда, кемдер – фермала, кемдер әҙер продукцияны һатыуға сығара, – ти фермер. – Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигәндәй, балаларым эш белеп үҫте, техника боҙолһа, тиҙ генә йүнәтеп ҡуялар, һәр нәмәгә ҡулдары оҫта.
Ә кис, эш бөткәс, татыу һәм эшһөйәр ғаилә төп йортҡа йыйыла, туғыҙ ейән-ейәнсәрҙең көр һәм шат ауаз­дарынан йорт тағы ла йәмләнеп киткәндәй. Нигеҙ ҡотон һаҡлар, эште дауам итер быуын үҫә.
Читайте нас