Йәмғиәт
6 Марта 2020, 09:14

Көтөлмәгән бүләк

Изгелек эшлә лә һыуға һал.

Бөгөнгө тормошобоҙ сәғәтләп түгел, хатта минутлап үҙгәреп торған мәлдә, күрше күршене белмәгән, туғандар бер-береһе менән аралашырға ваҡыт тапмаған заманда арабыҙҙа изге күңелле замандаштарыбыҙҙың булыуы һоҡландыра. Шундайҙарҙың береһе – Әбйәлил районының Асҡар ауылында йәшәгән Мәҙинә Ибраһимова.


Төбәктә генә түгел, тотош республикаға ҡортсолоҡ буйынса билдәле, “Пчелка Майя” исемен алған умартасы ханым районда үткән күп сараларҙың бағыусыһы булараҡ сығыш яһай, үҙе белем алған Ҡаҙмаш урта мәктәбендә ойошторолған спартакиада сиктәрендә теннис ярышы буйынса үҙ призын булдырып, еңеүселәргә бүләктәр тапшыра. Тап ошондай ярыш­тарҙың береһендә уның иғти­барын саңғыға баҫҡан бәләкәй генә ҡыҙҙың барыһын да уҙып беренсе урын яулауы йәлеп итә. Етмәһә, еңеүсе ҡыҙҙың тренеры: “Урамда йөрөй ине, әйҙә, ярышҡа бараһыңмы тип ултыртып алғайным, беренсе урын яуланы”, – ти. “Әгәр ошо бала спортты ташламаһа, мин уға мотлаҡ бүләк эшләйәсәкмен”, – тип үҙенә һүҙ бирә шунда.
Ҡасандыр беренсе класта ғына уҡып, саңғы ярышында беренсе урынды яулаған Гөлназ Аҙнабаеваны был еңеү сәмлән­дерә һәм яңы уңыштарға этәрә. Әйткәндәй, ул СССР-ҙың саңғы буйынса спорт мастеры Әсғәт Ҡаһармановтың призына Ҡаҙ­маш мәктәбендә үткән саңғы ярыштарында һәр саҡ беренселекте яулай. Бөгөн ул Аһылай мәктәбенең VIII класында белем ала.

Ниһайәт, әйтелгән һүҙ үтәлә. Ошо көндәрҙә Мәҙинә Рәсих ҡыҙы шәхсән Гөлназ белем алған мәктәпкә барып, дөйөм линейкала уға йылы һәм матур саңғы костюмы бүләк итте. Көтөлмәгән бүләктән спортсы бер аҙға албырғап ҡалһа ла, еңеү ҡомарын тойоп өйрәнгән ҡыҙ тиҙ арала үҙен ҡулға алды һәм саңғы костюмын кейеп тә күрһәтте.
– Күҙҙәре янып торған бәләкәй генә сос ҡыҙ миңә шул тиклем оҡшағайны. Уның киләсәген спорт менән бәйләүен ныҡ теләнем, сөнки холҡонда ныҡышмалылыҡ ярылып ятҡанын күрҙем, – тине Мәҙинә Рәсих ҡыҙы. – Кеше ҡайҙа уҡыһа ла, эшләһә лә, спорт, физкультура менән дуҫлыҡ кәрәк, шунһыҙ сәләмәт булып булмай. Гөлназдың яҡшы үрнәгенә башҡа балалар ҙа эйәрһен.
Ҡыҙҙың саңғы ярыштарында еңеүендә тренеры Рәсүл Мө­хәмәт­килдиндың хеҙмәтен дә баһалап китеү урынлы булыр. Тап уның тырышлығы һәм балаларҙа спортҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләй алыуы арҡаһында Аһылай мәктәбендә саңғы спорты юғары кимәлгә күтәрелгән. Шуға күрә һөҙөмтәләр ҙә яҡшы, район буйынса саңғыла шыуыу буйынса аһылайҙарға тиңлә­шеүселәр һирәк. Бөгөн мәктәп­тең иң етеҙ һәм шәп саңғы­сылары Самат Әйүпов, Нуршат Асҡаров, Алһыу Мырҙина, Шәфҡәт Шакиров, Нургизә Кәримова һәм Гөлназ Аҙнабаева район һәм төбәк-ара саңғы ярыштарында алдынғылыҡты бирмәй. Мәктәпте тамамлап, төрлө уҡыу йорттарында белем алған Фәнзилә Ғайсина, Вадим Ғәйнуллин, Фидан Мәхийәнов әле лә спортта үҙҙәренең уңыштары менән һөйөндөрә.
Утыҙ йылдан ашыу ошо мәктәптә физкультура буйынса белем биргән Рәсүл Мөхә­мәткилдинды уҡыусыларының уңыштары һөйөндөрһә лә, уларҙы әҙерләү, төрлө спорт күнекмәләре үткәреү өсөн шарттарҙың булмауы көйөн­дөрмәй ҡалмай, әлбиттә. Белем усағының спорт залы юҡ: йәйен-ҡышын тигәндәй физкультура дәресендә уҡыусылар урамда шөғөлләнергә мәжбүр. Уларҙың үҙҙәренә саңғы һатып алырға, уны дәрескә алып килергә тура килә. Хатта уҡытыусы үҙ машинаһында, үҙ аҡсаһына бензин ҡойоп, уҡыусыларын райондың төрлө мөйөшөндә үткән ярыштарға алып йөрөй.
– Иң төп проблемаларҙың береһе – саңғыларҙың ярыш шарттарына тура килмәүе, иҫкереүе. Үҙем һатып алған саңғылар менән уҡыусыларҙы ярышҡа алып йөрөйөм. Ә бит улар ҙа арзан түгел. Саңғылар яңы булғанда, балалар әллә ниндәй рекордтар ҡуйыр ине, – тип дәртләнә лә тренер, шарттар булмағас, уфтанып ҡуя.
Республика Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһе буйынса республикала “Ауыл тренеры” проекты ғәмәлгә инде. Тик төпкөл ауылдарҙа үҙ ваҡыты, матди хәле менән иҫәпләшмәй, балаларҙы сәләмәт тормошҡа һәм спортҡа йәлеп иткән, юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән тренер­ҙарҙың да хеҙмәте иҫәпкә алын­һын, оҙон аҡсаға өмөтләнеп, грант алам тип кенә килеүселәр тәүге урында ҡалмаһын ине, тигән теләген дә еткерҙе ул.
Әйткәндәй, район үҙәгенән алыҫта ятҡан Аһылай ауылы Учалы районының Баттал ауылы менән сиктәш. Икәүһе араһында элек-электән дуҫлыҡ күпере һалынған. Саңғы уҙышы буйынса ла ике ауыл балалары үҙ-ара ярыша, төрлө спарта­киадаларҙа әүҙем ҡатнаша.
Гөлназға килгәндә, ул спортты ташларға йыйынмауын белдерҙе, бәлки, уҡыуымды ла ошо йүнәлештә дауам итермен, тине. Ҡасандыр ағаларына эйәреп саңғыға баҫҡан ҡыҙҙың артынан беренсе класта уҡыған һеңлеһе Айгүзәлдең үксәһенә баҫып килеүе үҙе үк был ғаиләлә спортты үҙ итеүҙәре хаҡында һөйләй. Тиҙҙән Ҡаҙмаш урта мәктәбендә ҡышҡы спартакиада үтәсәк, ә унда шәмәхә төҫөндәге спорт костюмын кейеп, Гөлназ Аҙнабаеваның еңеренә ышаныс ҙур.
Изгелек эшлә лә һыуға һал – халыҡ белер, халыҡ белмәһә – балыҡ белер, ти мәҡәл. Кеше­ләргә изгелек өләшергә яратҡан, бар донъяны тик сағыу буяу­ҙарҙа ҡабул иткән, һәр саҡ йөҙөнән йылмайыу китмәгән Мәҙинә Ибраһимованың был аҙымы район халҡын һоҡлан­дырмай ҡалмағандыр, моғайын. Ябай һүҙҙән һәм бүләктән дә күңел була тигәндәй, бер уҡыу­сы­ның ҡыуаныуы үҙе үк донъя­ның балҡыуына тиң! Мәҙинә Рәсих ҡыҙы кеүек изгелек өләшеүселәр яныбыҙҙа күберәк булһа, донъябыҙ ҙа матур, күңел­дәребеҙ ҙә пак булыр.
Читайте нас