Йәмғиәт
6 Марта 2020, 15:30

"Начальнигым эш хаҡын күтәрмәне…"

Баҡһаң, бының да серҙәре бар икән…

«Алпы-һалпы ғына кейенгән ҡатын-ҡыҙҙың эш хаҡын бер ҡасан да күтәрмәйәсәктәр» тигән фекерҙә Өфө ҡыҙы, билдәле стилист, «Модалы хөкөм» телевизион тапшырыуын алып барыусы Эвелина Хромченко. Ни өсөн, тиһегеҙме?
Уның фекерҙәренә ҡолаҡ һалығыҙ. Улым, һиңә әйтәм, киленем, һин тыңла, тигәндәй, бәлки, файҙаһы тейер.

– Күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ: бында һеҙҙең начальник ултыра, ти. Ул етәкселек иткән ойошмала үҙен ҡарамаған, насар ғына кейенгән ҡыҙ эшләп йөрөй, – ти Эвелина Хромченко. – Был ҡатын-ҡыҙ үҙенең етәксеһенең күрһәтмәләрен теүәл үтәй, тырышып эшләй. Афарин, әлбиттә! Әммә йүнле-рәтле кейеме юҡ, ғөмүмән, кейем менән ҡыҙыҡһынмай ҙа. Ундайҙарҙың эш хаҡын күтәрмәйәсәктәр бит!
«Был хеҙмәткәргә аҡсаның кәрәге лә юҡ, – тип уйлай начальник ағай, – сөнки ул китаптан башҡа бер нәмә лә һатып алмай, ә беҙҙә әҙәбиәт әлегә ҡыйбат түгел». Шуға күрә үҙен хөрмәт итмәгән ҡатын-ҡыҙға «Начальнигым эш хаҡын күтәрмәне…» тип зарланыуҙан фәтүә юҡ...
Эштә генә түгел, шәхси тормошта ла кейем-һалымдың әһәмиәте ҙур.

Ә инде ғаиләләге мөнәсәбәттәргә килгәндә, ҡатын кеше үҙенең кейем стилен, имиджын яҡшырта башлаһа, иренең башына шунда уҡ «Минең бисә кем өсөн шулай ҡупшылана икән?» тигән уй килә. Ир кеше көнләшә, тынысһыҙлана, борсола башлай, ҡатынына ярарға, иғтибар күрһәтә тырыша. Бына шулай ул, күркәм итеп кейенеп йөрөгән ҡатын һәр ваҡыт мораҙына ирешә.
Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар, тышҡы ҡиәфәтегеҙгә һәр саҡ иғтибар бирегеҙ. Минең күңел донъяһы тышҡы ҡиәфәтемдән мөһимерәк тип уйлау – төптө хата ул. Эске донъя менән тышҡы күренеш үҙ-ара тығыҙ бәйләнгән.
Бына, мәҫәлән, гениаль ғалимдарҙың иҫке-моҫҡо кейемдә йөрөгәнен бер ҡасан да күргәнем юҡ. Мин ниндәйҙер затлы, брендлы кейемдәр, ҡиммәтле аҫылташтар тураһында һүҙ алып бармайым. Әйтәйек, Рената Литвинова кеүек ҡупшы ҡатындарҙан өлгө алырға кәрәк. «Хэллоу» журналының баш мөхәррире Светлана Бондарчук, декоратор Альбина Назимова, Мәскәү фото йорто директоры Ольга Свиблова кеүек ҡатын-ҡыҙҙар эшлекле стилдә, матур итеп кейенеп йөрөй, улар үҙҙәренең ҡәҙерен белә.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас