"Салауат ерендә" баҫмаһы мәғлүмәттәренән билдәле булыуынса, кисә кис Салауат районында бер ҡатын-ҡыҙ "Ҡотҡарығыҙ, үлтерә!" тип полицияға шылтыратып яр һала.
Күп тә тормай, барыһы ла асыҡлана. Баҡтиһәң, Силәбенән килә ятҡан ирле-ҡатынлы араһында низағ сыға. Көнләшеү нигеҙендәге иреш-талаш автомобиль эсендә юл буйы кафеһы янында туҡтап торғанда уҡ башлана. Талашып һүҙе бөткәнмелер инде, ир бысаҡ килтереп сығара һәм ян-яҡҡа һелтәнә башлай.
Был ваҡытта ҡыҙ машинанан ҡасып сығып өлгөрә һәм кафеға табан йүгерә, шул ыңғайҙан полицияға шылтырата. Әлеге мәлдә уның ғүмеренә хәүеф янамай, һөжүм итеүсене полиция тотҡан. Мөхәббәттән нәфрәткә бер аҙым тигәндәре шулдыр.