Йәмғиәт
6 Марта 2020, 10:29

Сәйәхәттәр донъяға ҡарашты киңәйтә

Туризм тармағын үҫтереү – көн үҙәгендә.

Светлана Хәмәтдинова үҙенең өс тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен уҡытыусы һөнәренә бағышлай. Уның математика дәрестәрен уҡыусылар һәр саҡ көтөп ала, сөнки остаз ғилем биргән үҙ фәнен дә, балаларҙы ла ихлас ярата. Йәнә уның бай фекерле, донъяға киң ҡарашлы булыуы ла иғтибарҙы йәлеп итә. Ә был үҙенән-үҙе генә килмәй.


Светлана Мәхмүт ҡыҙы йәштән сәйәхәт итергә ярата. Йыраҡ сит илдәргә сәфәрҙәр ул саҡта сикләнгәнлектән, үҙебеҙ­ҙең илдең төрлө төбәктәренә юллана. Ә инде педагогик эшмә­кәрлеген теүәлләгәс, ул үҙ тормошонда ҡырҡа боролош яһай. Быға сәйәхәттәргә ынтылышы этәргес була ла инде. Әйткәндәй, ул осорҙа, йәғни 2000 йылдар башында, туризм әүҙем үҫеш ала.

Халыҡҡа сәйәхәт итеү мөмкинлектәре киңәйә. Светлана Мәхмүт ҡыҙы төрлө тарафтарға сәйәхәт ҡылған ваҡытта эске һәм тышҡы туризм баҙарын ныҡлап өйрәнә. Ул ҡыҙы Оксана Алексеева менән үҙҙәренең Нефтекама ҡалаһында туристик фирма асырға ҡарар итә. Фирманың эшмәкәрлеген заманса ойоштороу өсөн Оксана икенсе вузға, Магнитогорск физик культура, спорт һәм туризм академия­һына уҡырға инә. Ә Светлана Мәхмүт ҡыҙы иҡтисадты һәм юриспруденцияны үҙаллы үҙләштерә.
Шул рәүешле теоретик бе­лемдәрен нығытып, тәүәк­кәлләп, “НОВА” Туризм үҙәге” яуаплылығы сикләнгән йәмғи­әтен ойошторалар. Әлбиттә, совет тәрбиәһе алған, бар булмышы менән педагог булған Светланаға эшҡыуарлыҡта үҙен раҫлау, конкурентлыҡ ифрат көслө туризм баҙарында урын яулау еңел булмай. Был йәһәттән уға Оксананың ярҙамы ҙур була. Нәҡ уның туризм бизнесындағы нова­торлыҡ оҫталығы фирманың үҫешенә яңы мөмкинлектәр аса. Тәүге осорҙа ҡаланың ул саҡтағы мэры И. Лим һәм ҡала хакимиәтенең йәштәр эштәре, спорт һәм туризм бүлеге етәксеһе М. Әхмәҙиев, юрист И. Сәмиғуллиндың эшлекле ярҙа­мын Светлана бөгөн дә ҙур ихтирам менән иҫкә ала.
Светлана Хәмәтдинова үҙ маҡсатына табан ышаныслы һәм эҙмә-эҙлекле бара. Уның фирмаһы клиенттарға туризм­дың күп төрҙәрен һәм төрлө илдәрҙе тәҡдим итә. Улар халыҡтың, бигерәк тә йәштәр­ҙең туризм өлкәһендә ихтыяжын өйрәнеүгә ҙур иғтибар йүнәлтә. Донъяның күп тарафтары менән бер рәттән, үҙебеҙҙең гүзәл Башҡортостанда туризмды үҫтереү хаҡында етди хәстәрлек күрәләр. Әйткәндәй, улар хеҙмәтләндергән туристар­ҙың өстән бер өлөшө респуб­ликабыҙ буйлап сәйәхәттәрҙе һайлай.
Коллективта ысын профессионалдар эшләй. Клиенттарға теге йәки был турист йүнәлешен тәҡдим итеү өсөн ул илдәрҙе, төбәктәрҙе һәм ундағы иҫтәлекле урындарҙы, халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәрен фирма хеҙмәткәр­ҙәренең үҙҙәренең белеүе шарт. Светлана Мәхмүт ҡыҙы әленән-әле сәйәхәттәргә юллана, хеҙмәткәрҙәргә лә шундай мөмкинлектәр тыуҙырыла.
Дәүләт статистика мәғлүмәт­тәренә нигеҙләнеп, эшҡыуар­лыҡ, социаль абруй һәм идара итеү сифатына йыл һайын үткәрелә торған рейтингта ”НОВА” Туризм үҙәге” 2017 йыл йомғаҡтары буйынса “Йылдың милли бизнес-лидеры” булып танылған.
Фирма­ның исеме Бөтә Рәсәй Почет таҡтаһына индерелеүе айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Ә Светлана Хә­мәтдинова үҙе турист агент­лыҡтары эшмәкәрлеге өлкә­һендә “Тармаҡтың атҡаҙан­ған етәксеһе” тигән маҡтаулы билдәгә лайыҡ булған.
Был наградалар фирманың ышаныслы һәм тотороҡло эшмәкәрлеген дәлилләй. Әл­биттә, клиенттар һәр осраҡта юғары рейтинглы турист фирмаһын һайлай. Ә”НОВА” Туризм үҙәге”нә мөрәжәғәт иткән­дәрҙең географияһы киң. Хатта турист фирмалары күп булған баш ҡалабыҙ Өфөнән, күрше Татарстандан һәм Пермь өлкә­һенән дә даими клиенттары байтаҡ.
– Туризм ялы йылдан-йыл үҫешә, сөнки сәйәхәттәр күңелде байыта, донъяға ҡарашты киңәйтә. Хеҙмәтем менән ошоға булышлыҡ итеүемә шатмын, – ти Светлана Хәмәтдинова.
Читайте нас