Йәмғиәт
6 Марта 2020, 16:45

Тәлғәт Тажетдин мәсеттәрҙе ябыу яғында

"Ҡарар ҡабул итергә һәм халыҡҡа еткерергә кәрәк”, - тине мөфтөй.

Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин “Мәскәү һөйләй” радиостанцияһы эфирында Тажикстан өлгөһөндә мәсеттәрҙе ябырға тәҡдим итте. Ул илдә коронавирус таралыуы менән бәйле тәрән борсолоуын белдерҙе.
Мөфтөй Тажикстанда власть әһелдәренең сирҙе иҫкәтеүҙә күргән сараларын юғары баһалап, Рәсәйҙә лә ошо өлгөгә эйәреп, ҙур ҡалаларҙа халыҡ күп йөрөгән мәсеттәрҙе ябыу идеяһын хуплай.
“Карантин иғлан ителгәс, ул урынға инергә лә, сығырға ла ярамай. Шулай эшләргә хаҡтары бар. Ауылдарҙа мәсетте ябыуҙың мәғәнәһе юҡ, ә эре ҡалаларҙа быны хәл итергә була. Ул эште һәр иман йортоноң башҡарма органы ойоштора. Ҡарар ҡабул итергә һәм халыҡҡа еткерергә кәрәк”, - тине мөфтөй.
Фото: kazanfirst.ru
Читайте нас