Йәмғиәт
6 Марта 2020, 11:30

Тау башында балҡыған ҡала һыуҙа йөҙә

Машина менән туҡтарға ла урын юҡ, автомобиль ҡуйыуҙы әйтәһе лә түгел. Унда этеш-төртөш, әрләш-ҡарғыш...

Һауа торошоноң кинәт үҙгәреүе – берсә һыуытыуы йәки ҡапыл йылытыуы йәшәйештә әҙме-күпме ҡыйынлыҡтар тыуҙырмай ҡалмай. Төптән уйлаһаң, тау башында ултырған Өфө ҡалаһына һыу баҫыу хәүефе янамай кеүек. Баҡтиһәң, һис кенә лә улай түгел.
Әле ҡайһы бер урамдарҙан шабырлап йылға ағып ята, уның аша сыҡҡанда йәйәүленең аяғы еүешләнә, автомобилдәрҙең салонына һыу инә.
Эшкә йәйәү йөрөгән Малик Хәкимовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, боҙ йәки ҡар өйөмө иреү сәбәпле, әле күп урында һыу ятҡылыҡтары хасил булған. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтары етәкселеге ошо мәсьәләне хәл итһә ине.
– Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы алдында, дөрөҫөрәге, Минһажев урамы яғында хасил булған ҙур булмаған күл янында инде нисә көн тығындан водителдәр яфа сигә, – тип һөйләй Бәкер Хөснөтдинов. – Улай ғына ла түгел, көн дә тап ошо ерҙә ҡала-ара маршрутын хеҙмәтләндергән таксистар райондан алып килгән кешеләрҙе төшөрә. Машина менән туҡтарға ла урын юҡ, автомобиль ҡуйыуҙы әйтәһе лә түгел. Унда этеш-төртөш, әрләш-ҡарғыш. Шул тиклем мәшәҡәт, ә бит тәртип булырға тейеш тә инде...
Автор фотоһы.
Читайте нас