Ейәнсура районының Яңы Петровка ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илфат Аҡсурин кәләше Фәрзәнә Хәмит ҡыҙы менән өс ҡыҙ үҫтерә. Улар – Башҡорт Үргене ауылының өлгөлө, матур ғаиләләренең береһе.
– Ҡыҙ ҡыҙыл алтындан ҡиммәт тигән әйтем бар халҡыбыҙҙа, – тип һөйләй Илфат Лотфулла улы. – Ысынлап та, ҡыҙҙарым бер нәмәгә алмаштырғыһыҙ. Уларҙы яратып, һөйөп кенә торорға кәрәк. Беҙ тап шулай тәрбиәләнек тә инде.
Аҡсуриндарҙың балаларының барыһы ла Өфөлә ғүмер кисерә. Ҡыҙ бала – ҡунаҡ ҡына, тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер инде. Өлкәндәре Наҙгөл – һөнәре буйынса юрист, Әҙилә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының химия-экология факультетында белем эстәй, ә төпсөк ҡыҙ Ләйсәндең хыялы – табип булыу. Ул әле Өфө медицина колледжында уҡый, киләсәктә медицина университетына уҡырға инергә ниәтләй.
Илфат Лотфулла улы ғәзиздәренең күңеленә туғанлыҡ төшөнсәһен бәләкәйҙән һеңдерергә ынтылған. Әйтәйек, Үргендә үҙенең нәҫел-нәсәбе менән тығыҙ аралашып йәшәйҙәр. Шул уҡ ваҡытта кәләшенең тыуған төйәге Баймаҡ тарафтарына ла юлдары йыш төшә.
– Ҡатыным сығышы менән Баймаҡ районының Аҡморон ауылынан, әсәһе яғынан туғандарын да күреп-белеп үҫһендәр, киләсәктә аралашып йәшәһендәр өсөн уларҙы күрештерәбеҙ, осраштырабыҙ, – ти үҫәргән ир-азаматы. – Өләсәй тәрбиәһен алһындар, ә өлкән кеше менән осрашыу – үҙе бер ғүмер. Уларҙа әллә күпме хәтирә һәм иҫтәлек һаҡлана.
Һөйләшеүгә хужабикә лә ҡушыла.
– Беҙ берәй мәсьәләне хәл итер алдынан һәр ваҡыт ҡыҙҙарыбыҙҙы ла үҙебеҙҙең янға саҡырабыҙ, – ти Фәрзәнә Аҡсурина. – Балаларыбыҙҙың фекеренә ҡолаҡ һалабыҙ, ә инде иң һуңғы һүҙҙе гел аталары әйтә. Ҡайҙа уҡырға теләүҙәре, ҡайһы юғары уҡыу йортон һайлауҙары һәм башҡалар...
Йорт хужаһынан йәнә бер фекер ишеттек: ҡыҙҙарҙы тәрбиәләгәндә ул бер ҡасан да сикләү яҡлы булмаған, киреһенсә, иркенлеккә өҫтөнлөк биргән.