Сәхнәлә йыш күреп өйрәнелгән, унда балҡып, һәр ваҡыт ихлас йылмайып торған артист ҡатын-ҡыҙҙар өйҙәрендә, көндәлек тормошта ниндәй икән? Хәҙер күптәребеҙ социаль селтәрҙәрҙә ултырғас, унда күп нәмә күренә, әлбиттә. Билдәле кешеләр ҙә шәхси тормошон “аса” башланы.
Актриса, нәфис һүҙ оҫтаһы Эльмира Юлдашеваны “Бәйләнештә” социаль селтәрендә әллә ҡасандан “күҙәтеп” барабыҙ. Ул көнө-төнө эштә йөрөһә лә, төрлө тәмлекәстәр бешерергә ваҡыт таба. Улар тәмле генә түгел, иҫ китмәле матур ҙа бит әле. Әйтерһең, ысын кондитер әҙерләгән. Шуға күрә ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан беҙ уның менән аралашып, шөғөлдәре менән яҡынданыраҡ танышырға булдыҡ.
2001 йылдан алып Хөсәйен Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһында эшләгән. Эльмира – нәфис һүҙ оҫтаһы. Эшен дә, сәхнәне лә бик ярата, тик барыбер ҡатын-ҡыҙҙың төп булмышы яҡшы хужабикә булыуҙа тип иҫәпләй.
– Мин бала саҡтан бешеренергә яратам. Әле һаман төрлө рецепттар йәбештерелгән, яҙылған дәфтәрҙәрем һаҡлана. Беҙҙең бала саҡта интернет булманы бит, шуға күрә гәзит-журналдарҙан ҡырҡып йыя инем. Әлеге кеүек төрлө-төрлө аҙыҡ-түлек тә булманы, шуға торт өсөн ауыл майы, ҡаймаҡ ҡуллана торғайным. Өй шарттарында, ауыл мейесендә бигүк оҫта килеп тә сыҡмай, йә көйә, йә бешмәй ине... Ләкин шөғөлөмдө ташламаным. Иҫемдә, мәктәптә көҙгө уңышҡа арналған бәйгелә мин бешергән торт беренсе урын алғайны. Эй ҡыуанғайным! Шул ваҡытта әсәйемә, кондитер булам, тип әйтә инем, – тип хәтирәләргә бирелә ул.
Эльмираның әсәһе бик тәмле бешергән, бәлештәре, сәксәк, күмәстәре һәр саҡ уңған. “Әсәйем миңә һәр ваҡыт, өйөңдән май еҫе сығырға тейеш, тип әйтә ине. Хәҙер шул һүҙҙәрҙең, ысынлап та, хаҡ булыуын аңлайым. Балаларым мәктәптән ҡайтып инеү менән коридорҙан уҡ: “Әлдә беҙҙең өйҙән тәмле еҫ сыға!” тип ҡысҡыра, – ти ул.
Актриса күп нәмәне үҙе бешерергә тырыша. Күңел һалып әҙерләнгән аш-һыу – иң туҡлыҡлыһы һәм файҙалыһы тигән девиз менән йәшәй. Магазиндан һатып алынған тәмлекәстәрҙең составы ҡотто осора торған заман шул. Уларҙың ғаиләһе иһә өс йыл магазин тортын бөтөнләй һатып алғаны юҡ, тик Эльмира бешергән менән һыйланалар.
– Торттарҙың ике-өс төрөн үҙләштерҙем, бының өсөн түләүле оҫталыҡ дәрестәренә барҙым, тағы бик күп төрҙәрен өйрәнеү ниәте бар. Күптәр минән, нисек өлгөрәһең, тип һорай. Ваҡытты дөрөҫ планлаштырһаң, килеп сыға ул. Көнө-төнө йоҡлап ятһаң, тормош алға бармаясаҡ. Мин – ауыл ҡыҙы, эшләп үҫтем, шуға күрә бер эштән дә ҡурҡмайым, – ти ул.
Уның туңдырғысында һәр ваҡыт үҙе эшләгән манты, билмән, тефтели бар, сөнки концерттарҙа, гастролдәрҙә йөрөгәндә ғаилә ас ултырырға тейеш түгел, тигән фекерҙә актриса: “Бер нәмәне лә исраф итеп ташламайым, мәҫәлән туңдырғыста сыр, бешкән ит, балыҡ, эремсек, хатта ҡаймаҡ та булыуы мөмкин, йүнен табып, бешеренгәндә ҡушып ебәрәм. Ҡыҙҙар интернетта күберәк модалы кейем, прическалар, биҙәнеү серҙәрен өйрәнһә, мин инде бешереү видеоларын ҡарайым”.
Әлбиттә, уның ҡатын-ҡыҙ булараҡ башҡа яратҡан шөғөлдәре лә бар – ырғаҡ менән бәйләү, баҡса үҫтереү. Эльмира иптәше менән өс бала тәрбиәләй: игеҙәктәре Нуриҙә менән Нурисламға – 17, Динисламға 11 йәш. Ҡыҙы ла әсәһенә оҡшап бешеренергә ярата икән.
– Былтыр ауылға ҡаҙ өмәһенә ҡайтып киттеләр, минең концерт булғас, бара алманым. Эш бөткәс, кис көнө иптәшемдең апаһы шылтырата. “Килен, ҡыҙыңды матур итеп тәрбиәләгәнһең, бар өй эштәрен башҡарып, сәй әҙерләп ныҡ ярҙам итте, һауыт-һабаны йыуып, беҙгә эш ҡалдырманы”, тип рәхмәт әйтте. Шул саҡ миндә ныҡ ғорурланыу тойғоһо уянғайны. Ҡыҙҙарҙы дөрөҫ итеп, уңған хужабикә итеп тәрбиәләргә кәрәк тип уйлайым, – ти Эльмира.
Бәләкәй генә әңгәмәбеҙ һуңында ул барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙы 8 Март байрамы менән ҡотланы: “Иң мөһиме ҡатын-ҡыҙ бәхете, балалар игелеге, ил именлеге теләйем. Яратҡан кешеләренә тик тәмле аштар бешереп, ҡыуанып йәшәһендәр был матур тормошта!”
Ысынлап, күңел йылыңды һалып, тәмле аштар бешереп торор кешеләрең булыуы бәхет түгелме ни?..