30 йылдан ашыу ғүмерен адвокатлыҡ эшмәкәрлегенә арнаған Әлфиә Рәхимова (Хәсәнова) боронғо йолаларҙы һаҡлап, буҙа ҡойоп, ҡымыҙ бешеп, ҡыҙыл эремсек, сәксәк кеүек ризыҡтар әҙерләп, өйөр-өйөр мал тотоп йәшәгән уңған халҡы менән дан тотҡан Әбйәлил районының Ишкилде ауылында тыуған. Тамъян башҡорто мәшһүр Шаһғәле Шаһман нәҫеленән ул.
Хәмит ауылында мәктәпте тамамлап, Өфөләге 2-се педагогия училищеһының художество-графика бүлегендә белем эстәй. Уҡыу йортон тамамлағас, тыуған яғына ҡайта һәм рәсем, һыҙма дәрестәрен уҡытырға хыяллана, тик уға һөнәре буйынса эш булмай. Шуға ул Әбделғәзе мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы, Буранғол урта мәктәбендә өлкән пионервожатый, рәсем уҡытыусыһы булып эшләй.
Бер аҙҙан, юғары белем алыу маҡсатында, Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетына уҡырға инә. Ҡулына диплом алғас, юғары белемле белгес яҙмышына яҙғанса Ҡыйғы тарафтарына килен булып төшә. Унда райондың ауыл хужалығы идаралығында кадрҙар буйынса өлкән инспектор булып хеҙмәт юлын башлай. Унан һуң район комсомол комитеты комсоргы вазифаһында үҙен егәрле етәксе булараҡ танытҡас, район советына ойоштороу бүлеге мөдире итеп үрләтәләр.
Биш йылдан һуң Ҡыйғы районы хакимиәтенең юридик ярҙам күрһәтеү бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә. Тотош районға бер генә адвокат – енәйәт, гражданлыҡ, административ һәм арбитраж эштәрен башҡарыу бер үҙенең иңенә төшә. Бында ла һынатмай ул, 14 йыллыҡ эшмәкәрлеге дауамында халыҡ араһында абруй яулауға өлгәшә.
Шулай уңышлы ғына эшләп йөрөгәнендә Әлфиә Әхтәр ҡыҙын Башҡортостан адвокаттар коллегияһының Өфө ҡалаһы Совет районындағы 2-се филиалына адвокат итеп саҡыралар. Ғаилә Өфөгә күсенә.
Бала сағынан Әлфиәнең тырышлығына, ныҡыш булыуына һоҡланып, уға бәхетле яҙмыш юрайҙар. Тормошта үҙ урынын тапҡан, хеҙмәттәштәренең, яҡланыусыларының абруйын яулаған ул. Әлфиә Рәхимованың хеҙмәте хөрмәтле, юғары баһаға лайыҡ була. Тәжрибәле адвокат Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Адвокаттар палатаһы президенттарының Маҡтау ҡағыҙҙарына эйә. Уларҙа яҡташыбыҙҙың үҙ һөнәрендә юғары оҫталыҡҡа өлгәшеүе, бергә эшләгән хеҙмәттәштәренең ихтирам һәм хөрмәтен яулауы һыҙыҡ өҫтөнә алынған.
Ғәҙеллек өсөн, кешеләрҙе яҡлау өсөн ярты ғүмерен арнаған адвокат Әлфиә Рәхимова, енәйәт эштәре буйынса яҡлаусы булараҡ, закон боҙоусыла иң элек кешене күрә. “Бик һирәктәр генә кире тайғаҡ юлға баҫа, күп осраҡта ул үкенә, тәүбәгә килә. “Енәйәтсе” тип уны бөтөрөп ташларға ярамай. Хоҡуҡи яҡтан ул да ярҙамға һәм кәңәшкә мохтаж”, – ти тәжрибәле адвокат. Бик ауыр енәйәттәргә бәйле эштәр менән шөғөлләнергә тура килә уға: кеше үлтереү, көсләү... Шунда ла ул ярҙамға мохтаж кешегә ышанып, аңлап, йәлләп ҡарай.
Адвокатты йыш ҡына табип менән сағыштыралар: пациенттың һаулығы өсөн көрәшкән кеүек, адвокат та кешенең киләсәген хәл итә. Һәр эште законға ярашлы ғына түгел, ә тормош бизмәненә һалып та үлсәгән Әлфиә Әхтәр ҡыҙының ауыр хеҙмәтендә сабырлыҡ теләйек. Ул ғәҙеллек өсөн көрәшеүҙе, уны яҡлауҙы тормош асылы итеп алған бит.