Йәмғиәт
6 Марта 2020, 10:55

Һынауҙарҙан бөгөлөп төшмәгән

Ә хәҙер уларҙың ризығын бар республика тәмләй.

Өфө ҡыҙы Наталья урамда әхирәттәре менән йыш ҡына һатыусы булып уйнарға ярата, мәктәптә уҡығанда ла нәҡ ошо һөнәрҙе үҙләштерәсәкмен тигән маҡсат ҡуя. Бер нисә йылдан ғаилә Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһына күсенә. Урта мәктәпте ошо ҡалала тамамлағас, ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алып, ҡабат тыуған ҡалаһына юллана. Киләсәген сауҙа өлкәһе менән бәйләргә ҡарар иткән Наталья документтарын Өфө сауҙа-иҡтисад колледжына тапшыра. Имтихандарҙы уңышлы ғына биреп, студент булып китә.
– Әлбиттә, бала саҡтан күңелемә яҡын һөнәрҙе үҙләштереүе ауыр булманы, тырышып сауҙа өлкәһен өйрәндем. Күптәр был тармаҡтың ҡыҙыҡ булмауын белдерһә, миңә, киреһенсә, бик оҡшай, – ти Наталья Владимировна. – Баш ҡаланың ҙур сауҙа нөктәләрендә практика үткән көндәремде әле булһа һағынып иҫкә алам.
Студент йылдары тиҙ үтеп китә, махсус белемгә эйә булған Наталья Тришина баш ҡала магазиндарының береһенә һатыусы-ойоштороусы булып эшкә урынлаша. Ире Сергей ул ваҡытта шәхси предприятие асып, үҙ эшмәкәрлеген уңышлы ғына алып барған йүнселдәрҙең береһе була. Шуға ла Наталья магазиндан китеп, белемен ғаилә бизнесын үҫтереүгә йүнәлтә.
Баш ҡаланың бер нисә районында “Троя” исемле аҙыҡ-түлек магазиндары асып, эшмәкәрлеген артабан йәйелдерә. Ҡулланыусыларҙы ризыҡ, төрлө хужалыҡ тауарҙары менән тәьмин итә башлай. Әлбиттә, уның күңел түрендә “берәй эшкәртеү цехы асып ебәрергә ине” тигән теләк тә була. Әммә аҡса мәсьәләһе уны был уйынан бер аҙ ситләштерә.
Шул осорҙа ғаилә дуҫтары Евгений ит ыҫлау цехы асып ебәрә, респуб­ликаның төрлө райондарынан продукция һатып алып, ыҫлап, халыҡҡа тәҡдим итә. Бер ваҡыт Евгений Наталья Владимировнаға үҙенең ыҫлау цехында буш бүлмәләр булыуын хәбәр итеп, “теләгең булһа, әйҙә, сусҡа, һыйыр, ҡош-ҡорт иттәрен ыҫлап, үҙ эшеңде ас” тип кәңәш итә. Наталья Тришина, әлбиттә, бер һүҙһеҙ ризалаша, сөнки аҙыҡ-түлек баҙарын яулап килгән эре сауҙа нөктәләре уның эшмәкәрлегенә аяҡ сала башлай. Ул магазиндарын ябып, Евгений тәҡдим иткән биналағы бер нисә бүлмәне ит ыҫлауға ҡулайлаштырып, заманса ҡорамалдар урынлаштырып, сифатлы, тәмле һәм, иң мөһиме, экологик яҡтан таҙа ризыҡтар етештерә башлай.
– Ҡурҡып торорға ваҡыт та булманы, шуға ла эште тиҙ яйға һалдым. Шөкөр, үкенмәйем, бөгөн үҙемдең һатып алыусыларым бар, уларҙан рәхмәт һүҙҙәре яуып тора, – ти Наталья Владимировна.
Бөгөн “Константа” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә етәкселек иткән Наталья Тришина – аяғында ныҡлы баҫып торған йүнселдәрҙең береһе. Биш кешегә эш урыны булдырған. Әлбиттә, ҡыҙыу осорҙа килешеү буйынса өҫтәмә хеҙмәткәрҙәр ҙә ала. Әле ыҫлау цехында 70-кә яҡын төр ит ризығы етештерелә. Нигеҙҙә, һыйыр, сусҡа, ҡош-ҡорт итенән етештерелгән продукция ҡулланыу­сылар араһында ҙур ихтыяж менән файҙалана. Сеймалды Башҡортостан райондарынан һатып алалар.
Йәмғиәттең продукцияһын республиканың барлыҡ төбәктәре халҡы ла тәмләп ҡараған. Айырыуса байрам­дарға, туй, юбилей тантаналарына күпләп алалар. Әйт­кәндәй, продукцияны күмәр­тәләп тә, берәмләп тә һатып алырға мөмкин. Бынан тыш, Нефтекама, Өфө, Татарстан Республикаһы ҡалаларының кафе, рес­торандары ла Наталья Владимировна етәкселек иткән йәмғиәт етештергән продукцияға өҫтөнлөк бирә. Шифаханалар менән дә файҙалы килешеүҙәр төҙөлгән.
Шуныһы ҡыуаныслы: йәмғиәт 2019 йылда өс миллион һум күләмендә грант алыуға өлгәшкән. Был дәүләт ярҙамына заманса ҡорамалдар һатып алғандар. Бынан тыш, Нижегородка ауылында ыҫлау цехы төҙөйҙәр. Тиҙҙән йәмғиәт бөтә талаптарға яуап биргән заманса бинала эшмәкәрлеген дауам итәсәк.
– Шөкөр, көслө конкуренция заманында юғалмай, батмай эшмәкәрлек алып барыуыбыҙға ҡыуанам, беҙҙе һәр ерҙә ихтирам итәләр, таныйҙар. Киләсәктә лә халыҡты сифатлы ит ризыҡтары менән һөйөндөрөп, яңы төр аҙыҡ-түлек етештереп, эшмәкәрлегебеҙҙе дауам итәсәкбеҙ, – ти Наталья Владимировна.
Эйе, кеселекле, кешелекле, һәр кем менән уртаҡ тел таба белгән етәксенең эше уң булырына шик юҡ.
Читайте нас