Йәмғиәт
6 Марта 2020, 19:15

Дуҫының ғүмерен ҡыйып...

Үле кәүҙәһен ике аҙна буйы өйөндә тотҡан да...

Төбәк Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, бөгөн Өфө урамдарының береһендәге канализация коллекторында бер ирҙең үле кәүҙәһе табылған.

"Оперативниктар енәйәт ҡылыуҙа шик белдерелгән 36 йәшлек кешене тиҙ арала ҡулға алды. Асыҡланыуынса, ҡанлы ваҡиға 21 февралдә үк булған. Ул көндә был әҙәмгә иптәше бер ҡатын менән ҡунаҡҡа килгән, ниндәйҙер сәбәп арҡаһында дуҫтар үҙ-ара талашып киткән, фатир хужаһы ҡунағына ауыр тән йәрәхәттәре һалған. Ә ҡатын был арала сығып ҡасҡан.
Үле кәүҙә ике аҙна буйы ошо өйҙә ятҡан. Шунан ир икенсе бер дуҫы менән мәйетте сығарып, яҡындағы канализация коллекторына йәшереп ҡуйған", - тип белдерҙе Тәфтиш комитеты идаралығы хеҙмәткәре.
Кеше үлтереүсе ҡулға алынған, әле ул һаҡ аҫтында. Енәйәт төрлө яҡлап тикшерелә.

Фото: irksib.ru
Читайте нас