Йәмғиәт
7 Марта 2020, 14:35

Өфө ҡыҙы ғашиҡ булған…

Һәм спецназға хәрби хеҙмәткә барған…

Генерал-майор М.М. Шайморатов исемендәге махсус тәғәйенләнешле отряд ефрейторы Илина Петрова Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн хәрби вазифала ҡаршылай.
Был һөйкөмлө ҡыҙҙы урамда күрһәң, элиталы подразделениела хеҙмәт итә һәм күнекмәләр мәлендә егеттәрҙе бер һелтәүҙә йығып һала, тип уйламаҫһың да. Бынан дүрт йыл элек ул 80 килограмлы ирҙәрҙе түгел, ә банкта документтар күтәреп йөрөгән.
Александр Петров исемле егеткә ғашиҡ булып, уның менән ғаилә ҡорғас, иренең кәңәшен тотоп, ул ошо отрядҡа эшкә килә. Бына шулай Илина өсөн хәрби форма офистағы ҡупшы дресс-кодтан яҡыныраҡ булып сыға. Әйткәндәй, ул хәрби һөнәрҙе һайлағанына үкенмәй ҙә.
– Бәләкәй саҡтан хәрби форма хаҡында хыяллана торғайным. Атайым – полиция майоры, ул башта ҡырҡа ҡаршы булды. Ҡатын-ҡыҙҙың урыны армияла түгел, тине. Һуңынан минең менән ғорурлана башланы, – тип йылмая Илина.
Ошо отрядтың инструкторы Марсель Ғәзиев тә контракт буйынса хәрби хеҙмәттә Илинаның күп егеттәргә өлгө булып тороуын, уға ҡарата дәғүәләр юҡлығын билдәләй.
Илина бәләкәй саҡтан спорт ярата. Хәйер, ул быға тиклем бер ҡасан да ҡул һуғышы менән шөғөлләнмәгән, әммә тренеры Александр Петров менән ул спорттың ошо төрөн ике аҙна эсендә үҙләштергән һәм Волга буйы федераль округы беренселегендә еңеп сыҡҡан.
Ире Александр: «Илина бер ай эсендә хәрби һөнәргә яраҡлашты. Берлектәге хеҙмәт беҙҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе лә нығытты, армия, ғөмүмән, кешеләрҙе берләштерә ул”, – тине.
Илина ла ире менән ғорурлана, ғөмүмән, тормошта күңеленә ятҡан һөнәр менән шөғөлләнеүенән ифрат ҡәнәғәт. Ул Александр менән эштә ашханала йә спорт залында ғына осраша.
Илина үҙенең ҡатын-ҡыҙ ғәмәлдәре хаҡында ла онотмай, сама белеп кенә макияж да ҡуллана. Үҙенең өлгөһө менән ул хәрби хеҙмәттә ҡыҙҙарҙың да эшләй алыуын, мөхәббәткә лә урын булыуын раҫлай. Әйткәндәй, ғаилә хаҡында сюжетты Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы ла күрһәтте.
Фотола: Илина менән Александр Петровтар.
БДТРК фотоһы.
Читайте нас