Өфөлә юл хәрәкәтенең йәш инспекторы автомобиль руле артында ултырған аҫыл зат вәкилдәрен байрам менән ҡотланы. Юл-патруль хеҙмәте инспекторы формаһындағы Азамат исемле малай, ләлә сәскәләрен бүләк итеп, бөгөн ҡатын-ҡыҙ водителдәрҙең һөйөүен яуланы.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, гүзәл затты һөйөндөрөү һәм ғәжәпкә ҡалдырыу өсөн улар был юлы ошо ижади алымды һайлаған. Ысынлап та, форма кейгән бәләкәй малайҙың байрам менән ҡотлауы үҙенсәлекле булды.
"Беҙ Азаматтың ҡулын ысҡындырманыҡ. Автомобилдәрҙе ике инспектор туҡтатҡандан һуң, ул сәскәләрен тотоп водителдәрҙе ҡотларға ашыҡты. Шуныһы ла мәғлүм булһын, 6 мартта йәш инспектор хәрәкәтенең барлыҡҡа килеүенә 47 йыл тулды. Был иҫтәлекле датаны бөтә Рәсәйҙә билдәләнеләр. Уларҙың кейеме ысын гаишниктарҙың формаһына ныҡ оҡшаған", - тип аңлатты ведомство хеҙмәткәрҙәре.