Йәмғиәт
8 Марта 2020, 06:55

Гүзәл заттар хаҡына - Ленин урамы өҫтөнән

Уларҙың был ҡылығын ҡотҡарыусылар һәм хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре генә баһаламаған: күктән ергә төшөү менән уларҙы полиция бүлегенә алып киткәндәр...

Ҡатын-ҡыҙҙы байрам менән ҡотлау өсөн бәғзеләрҙең башына нимә генә килмәй!
Кисә, мәҫәлән, баш ҡалала ике экстремал — Сергей һәм Денис — Ленин урамында урынлашҡан ике йорт араһында һуҙылған тросс аша үткән. Был ҡыйыу, хәүефле ысул аша егеттәр гүзәл заттарҙы байрам менән ҡотлайбыҙ тип белдергән.
Хәйер, уларҙың был ҡылығын ҡотҡарыусылар һәм хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре генә баһаламаған: күктән ергә төшөү менән уларҙы полиция бүлегенә алып киткәндәр. Был хаҡта "Уфа 1" порталы хәбәр итә.
Фото: ufa1.ru
Читайте нас