Йырсы өсөн күптәр борсола. Барыһы ла Илһөйәгә кәңәш яуҙыра: "Яҙғы авитаминоз, эмоциональ, физик яҡтан арыу, көн һайын күсенеүҙәр... Һанап китһәң, сәбәбе күп инде ул"; "Дарыу эсеп, организм көсһөҙләнә генә. Вакуумлы массаж кәрәк"; "Күҙ тейә һиңә, белгән доғаларыңды уҡып, үҙеңә үҙең төкөргөлә"; "Ял кәрәк, һеҙ бит күп эшләйһегеҙ. Үҙегеҙҙе һаҡларға кәрәк"...